Иман
10 Март 2025, 15:00

"Үҙемде, атай-әсәйемде, иманлыларҙы ярлыҡа"

Рамаҙандың икенсе ун көнлөгөнә инәбеҙ. Унда ниндәй ғәмәлдәр ҡылыу фарыз?

"Үҙемде, атай-әсәйемде, иманлыларҙы ярлыҡа""Үҙемде, атай-әсәйемде, иманлыларҙы ярлыҡа"
"Үҙемде, атай-әсәйемде, иманлыларҙы ярлыҡа"

Әл-хәмдү лил-ләһ, изге Рамаҙан айының икенсе ун көнлөгөнә инәбеҙ. Тәүгеһе Аллаһтың рәхмәтен алыу булһа, хәҙер - гонаһтарҙың кисерелеү мәле.

Фанилыҡта һәр кем яңылыша, белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтары була. Был хаҡта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: "Әҙәм балаһы хаталанмай тормаҫ. Уларҙың араһында иң хәйерлеһе - тәүбә итә белгәне", - тигән.

Икенсе ун көнлөктә, гонаһтарҙың кисерелеү мәлендә, Аллаһ Тәғәләгә беҙҙе ғәфү итеүен һорап йышыраҡ ялбарайыҡ, доғалар уҡыйыҡ.

Мәҫәлән, "Ибраһим" сүрәһенән аят: "Раббәнәғфир лии үә лиүәәлидәййә үә лил-мүьминиинә йәүмә йәҡуумүл-хисәәб". Мәғәнәһе шулай: "Раббым! Мине лә, нәҫел-ырыуымды ла намаҙҙан ҡалдырма. Үҙемде, атай-әсәйемде, иман килтергән бөтә кешене Хисап көнөндә ярлыҡа".

Ураҙа мәктәбен лайыҡлы үтәйек, иншаллаһ!

11 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас