Бөтә яңылыҡтар
Иман
13 Март , 20:00

"Шуны ла белмәйһегеҙ!"

Имам-хатип әрләгәс, шым ғына таралышабыҙ...

"Шуны ла белмәйһегеҙ!"
"Шуны ла белмәйһегеҙ!"

"Ауылыбыҙҙа мәсеткә күберәк ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Имам-хатип – урта йәштәрҙәге ир. Мәсеткә барғас, уға һорау бирге, фекер алышҡы килә бит инде. Ә ул, бер-ике һүҙ әйтеп тә өлгөрмәйһең, әрләп ала ла китә. “Шуны ла белмәйһегеҙ!” – тип оялта. Һөҙөмтәлә хәҙер беҙ, ҡатындар, йома намаҙынан һуң шып-шым ғына таралышыу яғын ҡарайбыҙ", - тип яҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһе.

Дини ғилем биреү – үҙе бер мәктәп. Ә әле халҡыбыҙҙың күп­се­леге беренсе класс уҡыусы­ларылай. Тимәк, уларға тәү тап­ҡыр уҡырға килгән балаларға ҡараған кеүек иғтибар бүлеү, хәстәрләү, ҡыҙыҡһындырыу, кү­ңелдәрен төшөрмәү, терәк-таяныс булыу, “етәкләп йөрөтөү” зарур. Хаҡ юлға баҫырға ынтылған ҡәрҙәштәребеҙҙең бер һорауын да яуапһыҙ ҡалдырмау, “Ҡөрьән Кәрим”гә, Пәйғәмбәребеҙҙең нәсихәттәренә таянып аңлатыу – дини остаздарҙың, имамдарҙың төп бурысы. Әгәр ҙә ошондай эш алып барылмай икән, “өйрән­сек”­тә­ре­беҙҙең бөтөнләй ситкә тайпылыуы ихтимал. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға тырышып, Интернет селтәрен гиҙеүҙең ни ҡәҙәр хәүефле икәнен онотмаһаҡ ине. Ундағы “иләктән үткәрелмәгән” бихисап мәғлүмәттең ҡайһыһы дөрөҫ икәнен ҡайҙан белһен дини ғилемде яңы өйрәнә баш­лаған ҡәрҙәшебеҙ? Ә традицион булмаған ағымдар бындай “ҡорбан”дарҙы эләктереп алырға әҙер тора.

Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, хәстәрлекле булһаҡ ине. Йылы һүҙ – йән аҙығы. Хаҡ юлға яҡынайған ҡәрҙәштәребеҙҙе һәр яҡлап ҡурсалайыҡ, яҡлайыҡ, ярҙам итәйек. Беренсе класс уҡыусыһына тота килеп алгебра фәнен өйрәтә башламайҙар бит, шуның шикелле дин ғилемен дә күңелгә “тамсылап” һалыу, ашыҡмау зарур. “Шуны ла белмәйһең!” тип ҡысҡырыуҙың иһә ҡанаттарҙы бөтөнләй һындырыуы бар.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дин юлына күркәм вәғәз менән саҡырырға, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға ҡушҡан. Был йәһәттән айырыуса имам-хатиптарға ҙур бурыс йөкмәтелгән. Улар, өммәттең терәге булараҡ, һәр кем өсөн яуаплы. Әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙ әйтмешләй, кеше мәсеткә ғибәҙәт ҡылыу ниәте менән бергә ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарына яуап алырға, кәңәшләшергә бара бит. Тимәк, имам-хатипҡа күҙ төбәп, унан хаҡ һүҙ ишетеренә өмөтләнеп юллана. Халыҡтың ошо ышанысы, һис шикһеҙ, аҡланырға, диндар Аллаһ Тәғәлә алдындағы бурысын теүәл үтәргә тейеш.

14 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: