Пәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙис-шәрифендә: “Кем дә кем ураҙа тотоусыларға ифтар мәжлесе уҙғара, ул ризыҡландырған һәр кешенең ураҙа сауабы ауыҙ астырған кешегә лә яҙыла”, тиелгән.
Изге Рамаҙан айында Баймаҡ районының Күгиҙел ауыл мәсетендә ифтар мәжлестәре үткәреү матур йолаһына әүерелгән. Бары тик изге ризыҡтарҙан әҙерләнгән һый-ниғмәтле өҫтәл артында ауылдаштарҙың күпләп йыйылыуы ҡыуаныслы булды. Өлкән йәштәгеләр менән бер рәттән, йәш ауылдаштарыбыҙҙың ураҙала булыуы бигерәк тә һәйбәт күренеш. Һәм шулай МХО -ла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең туғандары ифтар ашына килеүҙәре һөйөндөрҙө. Ауыҙ асҡандан һуң, бында килеүселәр ахшам намаҙына басты. Мөхәммәт имам йөкмәткеле вәғәз уҡыны, Ураҙаның тән һәм йән өсөн файҙаһы тураһында ла һөйләне. Унан Ҡөръән уҡылды, бөтә мәрхүмдәр рухына доға ҡылынды, Киләсәктә лә шулай изге байрамдарҙа, тыныслыҡ-именлектә генә осрашырға яҙһын, тигән теләктә, табын ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты ифтар мәжлесенә килгәндәр.
Сығанаҡ: Күгиҙел ауыл китапханаһы