Иман
14 Март 2025, 15:00

Кешене рәнйетһәгеҙ...

Уның әрнеүе туп-тура Аллаһҡа еткерелер. Уҡыла торған доға - сайтта.

Кешене рәнйетһәгеҙ...Кешене рәнйетһәгеҙ...
Кешене рәнйетһәгеҙ...

"Бер кемдең дә күңелен ҡыймағыҙ. Һис ғәйепһеҙгә рәнйетелгән кешенең әрнеүе, доғаһы туп-тура Аллаһҡа еткерелә", - тигән Пәйғәмбәребеҙ.

Ҡайһы саҡта аңғармаҫтан да кемделер рәнйетеүебеҙ ихтимал. Ошондай һәр осраҡта ла тәүбә итеп, доға ҡылырға, ғәфү үтенергә ашығайыҡ. Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, сабыр булайыҡ.

Кемделер рәнйеткәндә уҡыла торған доға:

“Аллааһүммә фәьәййүмәә мүьминин сәбәбтүһүү фәджғәл ҙәәликә ләһүү ҡурбәтән иләйкә йәүмәл-ҡийәәмәһ”.

Мәғәнәһе: “Эй Аллаһ! Берәй мөьмингә тел тейҙергән булһам, шуны (йәғни тел тейҙереүемде) уның өсөн Ҡиәмәт көнөндә Үҙеңә яҡынлау ҡоралы ит!”

15 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас