Иман
15 Марта 2025, 15:00

"Туйыбыҙ етешһеҙ үткәнгә бәхетһеҙбеҙ"

Тағы ла никах уҡытырға яраймы? Бәлки ғәйепте үҙегеҙҙән эҙләрһегеҙ?

"Туйыбыҙ етешһеҙ үткәнгә бәхетһеҙбеҙ""Туйыбыҙ етешһеҙ үткәнгә бәхетһеҙбеҙ"
"Туйыбыҙ етешһеҙ үткәнгә бәхетһеҙбеҙ"

Атай-әсәйҙәребеҙ етешһеҙерәк йәшәгән саҡта өйләнешкәйнек. Никахыбыҙ ҙа, туйыбыҙ ҙа мөмкинлеккә күрә ябай ғына үтте. Шуға күрәме икән, өйләнешеүебеҙгә ун йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, бер ҙә мандып йәшәп китә алмайбыҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәтебеҙ ҡырҡыулашҡандан-ҡырҡыулаша. Яңынан никах уҡытһаҡ, тормошобоҙ йәнләнмәҫме икән?”

Ошо һорауға дини китаптарға, дини остаздарыбыҙҙың әйткәндәренә нигеҙләнеп яуап бирәбеҙ.

Мандып йәшәп китә алмауҙың сәбәбен, бәлки, үҙегеҙҙән эҙләргә кәрәктер? Һәр атай-әсәй балаһына мөмкинлегенә ҡарап никах, туй үткәрә. Шуға был сараларҙың кимәле төрлө булыуы ғәжәп түгел. Иң мөһиме – барыһының да ихлас күңелдән үткәрелеүе, йәштәрҙең дә, ата-әсәнең дә ризалығы. Мәғлүм булыуынса, бер кемде лә көсләп өйләндермәйҙәр. Был ҡанун – Исламдың да нигеҙе. Никах уҡыған саҡта мулла йәштәрҙең өйләнешергә ризалығын юҡҡа ғына һорамай. Тимәк, һәр кем ғаилә тормошона үҙ теләге менән аяҡ баҫа.

“Никахыбыҙ, туйыбыҙ ябай үткәнгә, һаман мандый алмайбыҙмы икән?” – ти ҡәрҙәшебеҙ. Тирә-йүнгә күҙ һалығыҙ. Бәғзе туйҙар ҡайһылай сағыу, гөрләп үтә! Шул уҡ ваҡытта ошо парҙарҙың оҙаҡламай айырылышып ҡуйыуына ла шаһитбыҙ. Улар был уңышһыҙлыҡ сәбәбен ниҙә күрә икән? Ата-әсәһенең етеш йәшәүендәме?

Ғөмүмән, барыһы ла мөнәсәбәттәрҙең ихласлығына, ир менән ҡатындың бер-береһенә ҡарата ихтирам-хөрмәтенә, мөхәббәтенә бәйле. Һөйөү – Аллаһ Тәғәләнең оло ниғмәте. Ул – Раббыбыҙҙың барлығына һәм берлегенә дәлил. Ошо мөхәббәткә ярашлы ғаилә ҡорола. Ике аралағы мөнәсәбәт ныҡлы икән, уға Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтен бирә. Кире осраҡта, тимәк, ғәйепте үҙеңдән эҙләп, яңылышлыҡтарҙы төҙәтергә тырышырға, араға яңынан “ҡуҙ” һалырға кәрәк.

Эйе, һуңғы йылдарҙа никахты яңыртыу ғәҙәткә инеп китте. Был ғөрөф-ғәҙәттең асылы Исламға тап килмәй. Никах ваҡытлыса түгел, мәңгелеккә уҡыла бит. Унда биргән вәғәҙәгә тоғро ҡалып йәшәү хаҡ булыр. Ә мөнәсәбәттәрҙең ныҡлығы бер-береңә ҡарата иғтибарҙан, ихтирамдан ғибәрәт.

16 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас