Рәсәй-Ҡытай бизнес паркы генераль директоры, Санкт-Петербург ҡалаһының Тышҡы бәйләнештәр буйынса комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы Чэнь Чжиган баҙарға тәбиғи башҡорт аҙыҡ-түлеген күберәк сығарыу ниәте тураһында белдерҙе.
Был идея уға “АгроКомплекс-2025” халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында башҡорт етештереүселәренең “Фермер ауылы” йәрминкәһен (унда быйыл 50-нән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы, кооперативтар ҡатнашты) ҡарағандан һуң килгән. Чэнь Чжиган фекеренсә, Башҡортостандың экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеген Ҡытай баҙарында ҙур теләк менән аласаҡтар. Әле уларҙы Санкт-Петербургка ташыу тураһында алдан килешеүгә өлгәшелгән. Һүҙ тәү сиратта йылҡы итенән яһалған колбаса, һөт ризыҡтары, үлән сәйҙәре хаҡында бара.
“Беҙ милли ризыҡ төрҙәрен Ҡытайҙан килгән делегация вәкилдәренә тәҡдим итәсәкбеҙ. Йыл дауамында улар йыш килә. Шулай уҡ Санкт-Петербургтағы үҙебеҙҙең супермаркеттарға ла тәҡдим итәсәкбеҙ”, – тине Чэнь Чжиган.
Фото: "Башинформ".