Хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, Ҡәҙер төнө – таҡ төндәрҙең береһендә.
Ҡәҙер төнө ошо төндәрҙең береһендә булырға мөмкин:
21 Рамаҙан (20 буранайҙың (марттың) ҡояшы байыу менән башлана һәм иртәнге намаҙ ингәнсе дауам итә);
23 Рамаҙан (22 буранайҙың ҡояшы байыу менән инә);
25 Рамаҙан (24 буранайҙың ҡояшы байыу менән инә);
27 Рамаҙан (26 буранайҙың ҡояшы байыу менән);
29 Рамаҙан (28 буранайҙың ҡояшы байыу менән).
Раббыбыҙ беҙҙең өммәтебеҙҙе йөрәктәрҙе таң ҡалдырған, аҡылдарҙы иҫ китәргән ғәжәйеп өҫтөнлөктәр һәм бөйөк мөмкинлектәр менән бүләкләгән — Аллаһ Тәғәлә беҙгә мең айҙан яҡшыраҡ булған Ҡәҙер төнөн осратыу бәхетен биргән. Шул бәхеттән баш тартып, ғафил булып, йоҡлап ятырбыҙмы, әллә шул изге мәлде Раббыбыҙ ризалығы өсөн ғибәҙәттәргә бағышларбыҙмы — һәр кем үҙе һайлай.
Был төндө һәр ихлас мосолман үҙ күңеле менән һиҙер. Кемдәрҙер, бәлки, төшөндә лә уға ишара күрер. Бүтән ваҡытта булмағанса тыныслыҡ, бәхет, иман тойғолары кисерер. Ғибәҙәттәрендә быға тиклем булмағанса ләззәт табыр.
Кем ошо төндө тап итә, "Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, түхиббүл-ғәфүә, фәғфү ғәнни", - тигән доғаны уҡыһын. Мәғәнәһе: "Йә Аллаһ, Һин - Ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!" (сахих хәҙис). Әлбиттә, бүтән дөрөҫ доғалар ҙа рөхсәт ителә.
Ҡәҙер төнөн осратып, бар гонаһтары ғәфү ителгән Аллаһ ҡолдарынан булырға яҙһын ине беҙгә!
Сығанаҡ: "Иман нуры" төркөмөнән.