Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
20 Март , 20:00

Ул һеҙҙе яманлыҡтан һаҡлар

Бөгөн төндә һәм иртәгә көндөҙ ниндәй сүрәне уҡырға кәрәк?

Ул һеҙҙе яманлыҡтан һаҡлар
Ул һеҙҙе яманлыҡтан һаҡлар

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм кесаҙна төнөндә йәки йома көндөҙ "Әл-Кәһф" (“Мәмерйәләр”) сүрәһен уҡырға ҡушҡан.

Был сүрә Пәйғәмбәребеҙгә Мәккәлә сағында иңдерелгән. Ул 110 аяттан тора.
Дүрт төп тема:

1) иман менән һынау (9 – 26-сы аяттар),
2) байлыҡ менән һынау – хәлле һәм ярлы кешеләр тарихы (32 – 44-се аяттар),
3) белем менән һынау – Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һәм Әл-Хызыр (60 – 82-се аяттар),
4) хакимлыҡ итеү менән һынау – Зөлҡәрнәй һәм Йәьжүж менән Мәьжүж халыҡтары (83 – 98-се аяттар).

"Әл-Кәһф" сүрәһенең тәүге ун аятын ятлап алған кеше Дәжжәлдән һаҡланған булыр", – тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм (Мөслим йыйынтығынан).

21 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Автор фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: