Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
21 Март , 06:00

“ҒАҺЕДНАМӘ” доғаһы

"Бәндәләрҙән һәр кем көн дә бер тапҡыр “Ғәһеднамә” доғаһын уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә уны иман менән үткәрергә вәғәҙә бирә. Ҡиәмәт көнөндә ундай кешегә мин үҙем дә шәфәғәтсе булырмын”, - тигән".

“ҒАҺЕДНАМӘ” доғаһы
“ҒАҺЕДНАМӘ” доғаһы

Сәхәбәләрҙән Ғабдуллаһ ибн Мәсғүттән риүәйәт булып ҡалған бер хәҙис.

"Пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, мин: “Бәндәләрҙән һәр кем көн дә бер тапҡыр “Ғәһеднамә” доғаһын уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә уны иман менән үткәрергә вәғәҙә бирә. Ҡиәмәт көнөндә ундай кешегә мин үҙем дә шәфәғәтсе булырмын”, - тигән һүҙҙәрен ишеттем”, - тигән.

Ибраһим бин Ғабдуллаһ иһә (уның менән Аллаһ Үҙе риза була күрһен) пәйғәмбәребеҙҙең: “Әҙәм балаһының тәнендә өс мең төрлө ауырыу барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ауырыуҙарҙың ике меңен бәндәләр үҙҙәре лә белер һәм уға шифа табыу сараһын күрерҙәр, бер меңен белеп тә бөтмәҫтәр,дарыуын да эҙләп йөрөмәҫтәр. Әгәр ҙә кеше “Ғәһеднамә” доғаһын үҙе менән йөрөтһә, Хаҡ Тәғәлә уға өс мең хасталыҡтан именлек бирер”, - тигән һүҙҙәрен килтерә.

“ҒАҺЕДНАМӘ” доғаһы

Аллаһүммә фәтирас – сәмәүәти үәл – әрҙи ғәлимәл-ғайби үәш – шәһәдәти үә кәфә бираббикә шәһидә. Инни әғһәдү иләйкә ғәһдән фи һәҙиһил – хәйәтид – дүнъйә. Инни әшһәдү ән лә иләһә иллә әнтә үәхдәкә лә шәрикә ләк. Үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүкә үә расүлүк. Фә иннәкә ин тәкилни илә нәфси түҡаррибүни минәш – шәрри үә түбәҡидүни минәл-хайр. Үә инни лә әҫиҡу иллә бирахмәтикә йә әрхәмәр-рахимин. Фәж-ғәл ли ғиндәкә ғәһдән түәффиниһи йәүмәл-ҡийәмәһ. Иннәкә лә түхлифүл-миғәд. Бирахмәтикә йә әрхәмәр-рахимин. Хәсбийәл-лаһү ғиндәл-мизән. Хәсбийәл-лаһү ғинәс-сират. Хәсбийәл-лаһүл-ләҙи лә иләһә иллә һүә раббүл-ғәршил-ғәҙим.

Мәғәнәһе:

“Күктәрҙе һәр ерҙе яралтып бар итеүсе, бер кем белә алмаған йәшерен серҙәрҙе бәндәләргә күренеп, һиҙелеп, аңлашылып торғандарын да белеү һәм күреү өсөн Раббым Аллаһ Үҙе етә. (Бер нәмәне лә Унан йәшереп булмай). Шуның өсөн дә донъя тормошонда күндәмлек менән ғүмер итеү өсөн Һинең менән мин ғәһед – килешеү төҙөп ҡуям.
Беренсенән, Һинән башҡа Илаһ юҡ, Һин бер үҙең, Һиңә тиңдәш булырлыҡ бер нәмә лә булмауы хаҡында гүаһлыҡ бирәм; шулай уҡ мин Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, Һинең ҡолоң һәм рәсүлең булыуына геүаһлыҡ бирәм.
Икенсенән, ысынбарлыҡта мин Һинең мәрхәмәт-шәфҡәтеңдән башҡа бер нәмәлә лә таяныс тапмайым.
Әгәр ҙә Һин мине үҙ рәхмәтеңдән мәхрүм итеп яңғыҙымды ғына ҡалдырһаң, тимәк, ул мине насарлыҡҡа яҡынайтыу, яҡшылыҡтан алыҫайтыу була. Әй, рәхимлеләрҙең дә иң рәхимлеһе, Һиңә биргән был вәғәҙәмде Ҡиәмәт көнөндә лә хәтеремә төшөрөү өсөн ике аралағы ғәһедте Үҙ хозурыңда Үҙең дә теркәп ҡуй. Һин бит бер ваҡытта ла биргән вәғәҙәңде боҙоуға бармайһың. Мизан үлсәүенә баҫҡанда ла минең ышанысым – Аллаһ. Сират күперен кискәндә лә минең ышанысым – Аллаһ. Унан башҡа бер ниндәй Илаһ булмаған Зат, бөйөк Ғәршенең Раббыһы Аллаһ, минең бөтә ышанысым Һиндә”.

Фото һәм сығанаҡ: "Рухиәт, доғалар" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: