Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
22 Март , 20:00

Был саҙаҡаны бирмәһәң, ураҙаң ҡабул ителмәҫ

Уның быйылғы күләме күпме? Саҙаҡаны алған кеше ниндәй доға уҡырға тейеш?

Был саҙаҡаны бирмәһәң, ураҙаң ҡабул ителмәҫ
Был саҙаҡаны бирмәһәң, ураҙаң ҡабул ителмәҫ

Әҙәм балаһы фытыр саҙаҡаһы бирмәһә, уның ураҙаһы ҡабул ҡылынмай, Рамаҙан айында башҡарған изге ғәмәлдәре Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәй, тиелә динебеҙҙә.

Билдәле булыуынса, фытыр саҙаҡаһы Ураҙа байрамындағы ғәйет намаҙы башланғанға тиклем бирелеп бөтөргә тейеш. Әгәр был ваҡыттан һуңлап тапшырылһа, ул ябай хәйер тип иҫәпләнәсәк.

Фытыр саҙаҡаһының күләме төп аҙыҡ-түлектең (бойҙай, арпа, финик, йөҙөм) хаҡынан сығып билдәләнә:

– аҙ килемле кешеләр өсөн – 200 һум,

– урта һәм юғары килемлеләр өсөн – мөмкинлеккә ҡарап, 200 һумдан 1100 һумға тиклем.

Фытыр саҙаҡаһы – фарыз ғәмәл, уны һәр кем үтәргә тейеш. Балалар өсөн ата-әсәһе бирә. Саҙаҡа мохтаждарға, ярлыларға таратыла. “Фәҡирҙәрҙе һоранып йөрөүҙән ҡотҡарығыҙ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Фытыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға: “Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ”.

Мәғәнәһе: “Аллаһ Тәғәләм, фытыр саҙаҡаһы биргәндең ураҙаһын, доғаларын ҡабул ҡыл, гонаһтарын ғәфү ит. Иманына ҡеүәт өҫтә, малын арттыр, изге маҡсаттарына өлгәштер”.

23 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: