Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
23 Март , 21:30

"Ҡарғалған заттан ул, өйләнмә, тигәйнеләр бит..."

Ҡараңғы кистә, атайымдың сөй һурғысын тотоп барып, теге аласыҡтың йоҙағын йолҡоп алып ташланым. Унан инәй килеп сыҡҡан да...

"Ҡарғалған заттан ул, өйләнмә, тигәйнеләр бит..."
"Ҡарғалған заттан ул, өйләнмә, тигәйнеләр бит..."

Яҙ аҙағынан көҙ урталарына тиклем кис һайын беҙҙең урам осондағы ҡабаҡ башында төрлө уйын ойоштора инек. Тотош ауылдың ыбыр-сыбыры йыйыла, тирә-яҡ ҡараңғы төшкәнсе гөрләп тора. Кемдәр ҡасан уйлап сығарғандыр был йоланы – уныһы миңә мәғлүм түгел. Балалар үҫә килә уйынға ҡушыла бара, өлкәнәйеүен һиҙгәндәре шым ғына төркөмдән айырылып китә һала...

Бер мәл уйыныбыҙ ҡыҙған ғына мәлдә арабыҙға аръяҡта йәшәгән Бибикамал әбей килеп инде. Уны күргәндәр аптырауҙан шымып ҡалды, абай­ламағандар шар ҙа шор шаярыуын дауам итте. Оло кеше килгәс, тыйыр, әрләр, тип уйлайһың бит инде, һис юғында һикерешкән, баҫтырышҡан балалар ыңғайына шашына башлар, тип көтмәй инек. Әбейҙең сабый һымаҡ сәрелдәп ҡысҡырып ебәреүе булды, төркөмдөң бер өлөшө ситкә һибелде, ҡулдарын алға һоноп, йүге­рергә керешкәйне, бөтәбеҙ ҙә йәһәт кенә ҡасып, таралышып бөттөк. 

Иртәгәһенә Бибикамал инәйҙең аҡылдан яҙыуы тураһында яңылыҡ бөтөн ауылды урап сыҡҡайны инде. Һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуғанда кисә минең менән бергә уйнағандарҙың әсәләре ул хәбәрҙе сурытты ла сурытты. Күрше Миңлеғәле бабай ҙа, атайымды эшкә тип сығып барған еренән ҡапҡа төбөндә туҡтатып, шул хаҡта һүҙ башлағайны, уҫал ҡараштан ҡаушап, ауыҙын асып торҙо ла ҡалды.

Өләсәйем, ошоғаса миңә йәки апайыма йомош ҡуша торған булһа ла, ул көндө Бибикамал еңгәһенә һөттө үҙе алып китте. Оҙаҡ та ултырмай ҡайтып инде лә әсәйемә: “Әле һәйбәт ултыра былай. Килененән һорашҡайным, кисә алйотланды, сынаяҡтарҙы онтай һуғып бөттө, хатта ҡурҡып, йоҡлай алманыҡ, ти. Аласығын таҙалап йөрөй, шунда сығармаҡсы шикелле”, – тип һөйләне. 

Мин баҡсаға индем дә, муйыл тө­бөндә йәшеренеп, оҙаҡ ҡына илап алдым. Бер яҡтан, әбей йәл ине, икенсе яҡтан, уның килене булған Рәүфә инәйгә йәнем көйҙө. Бөтөнләй оҡ­шамай ине миңә ул ҡатын: һөт йә ҡаймаҡ алып барғанымда үҙен ни хәтлем мөләйем итеп күрһәтергә тырышһа ла, һаран, аҫтыртын икәнен аңламаҫҡа бала-саға түгелмен дә инде. Минән бер йәшкә кесерәк, дүртенсе класта уҡыған малайы Тимур ҙа тәртипһеҙ, кешеләрҙе үҙ-ара дошманлаштырып тик йөрөй. Бер мәл һең­лемде: “Мәскәй әбей! Юҡ, унан да ҡурҡынысыраҡ... Бибекәй әбей!” – тип үсекләп тора ине, ныҡ ҡыҙып киттем дә, танауын ҡанатҡансы дөмбәҫләнем. Һеңлем өсөн дә, Бибикамал инәй өсөн дә алдым үсте. Үҙ өләсәһен ҡайһылай мыҫҡыллай бит әле!

Ул әбей мин иҫ белә башлағанда беҙгә йыш килә ине. Өләсәйем менән икәүләп намаҙ уҡыйҙар, сәй эсәләр, хәҙер донъя рәхәт, тип шөкөр итәләр. Әкиәт һөйләүгә әүәҫ ине Бибикамал инәй, шуға апайым менән уның эргәһендә уралып, итәгенән тартып, урындыҡтан төшкәнен, беҙҙең эргәгә иҙәнгә ултырып алғанын көтөп йөрөй торғайныҡ. Бер тапҡыр, беҙҙе эйәртеп, ҡырға ҡарағат йыйырға барҙылар. Үҙебеҙҙең өләсәйҙең әллә ни иҫе китмәһә лә, Бибикамал әбей мине лә, апайымды ла ныҡ маҡтаны: “Бигерәк шәпһегеҙ, бөртөк мыжыманығыҙ, бү­ренән дә ҡурҡманығыҙ. Киләһе йыл, Аллаһ бирһә, Тимурҙы ла алырбыҙ әле...” Эйе, бәләкәс ейәнен ныҡ ярат­ҡан булды шул, бахырҡай. Ләкин, бергә йөрөтөү түгел, һүҙ ҡушыу ҙа рөхсәт ителмәне үҙенә.

Ололар һөйләшкәндә ҡолаҡ һал­ғылағас, Бибикамал инәйҙең өс балаһы бар икәнен, икәүһенең Үзбәкстанмы, Төркмәнстанмы яҡтарында йәшәгәнен белә инем. Төпсөк улы Шәрәфетдин генә ауылда ҡалған да әсәһенең нигеҙендә донъя ҡорған. Гел генә тиерлек иҫерек булды ул бабай, ауыҙынан йүнле хәбәр ишетелмәне. “Ана, атаһы һуғышҡа киткәс, Нуриманды әсәһе детдомға сдавать иткән, уныһы хәҙер ауылға ҡара “Волга” менән генә ҡайтып төшә. Горсовет депутаты! Ә һин... Һинең ахмаҡлығың арҡаһында, уҡып, кеше була алманыҡ, йәшлегебеҙ колхоздың ҡара эшендә үтте!” – тип әсәһенә екеренгәнен ишеттем бер саҡ. Һуғып та ала, тинеләр. Бибикамал әбей урамға битен яулыҡ менән ҡаплап сыҡһа, улының тағы ла эсеп, ту­ҙынғаны, бәхетһеҙлеге өсөн ҡон ҡайтарырға маташҡаны һүҙһеҙ ҙә аңлашыла ине...

“Алйотланды” тигәндәренән һуң әбей байтаҡ ваҡыт күренмәне, ләкин ауыл балалары, уның һымаҡ оҙон күлдәк кейеп, яулыҡ ябынып, кистәрен кеше ҡурҡытыуҙы яңы уйынға әйләндерҙе. Көҙ етеп, мәктәпкә йөрөй башлағас, тыҡрыҡ аша үткәндә Шә­рәфетдин бабайҙарҙың аласығы тәҙрәһенән Бибикамал инәйҙең шәүләһе күҙгә салынып ҡала ине. Ҡайһы саҡта ул ишекте эстән шул тиклем ныҡ эткеләй, биктә торған йоҙағының шаҡ та шоҡ килгәне хатта беҙҙең урамға ла ишетелә. Кешеләрҙең барыһы ла аңлай, белә бит инде әбейҙе һыуыҡ аласыҡта аслы-туҡлы йәшәткәндәрен, ләкин улына ла, килененә лә оят та, шелтә лә барып етмәй ине шикелле. Өләсәйем Рәүфә инәйҙән һо­рашып ҡараған былай, уныһы: “Та­мағына ашатабыҙ, йыуын­дырабыҙ, мейескә ут яғып торабыҙ. Дарыу ҙа бирәм. Шәбәймәйенсә сығара алмай­быҙ инде, иҫе ауып китһә, бәләһенән баш-аяҡ”, – тигән. Эргәһенә индер­мәгән барыбер. Өләсәйемдең әрләш­кәнен ишетмәнек, мәгәр ул башҡаса аръяҡҡа һөт-ҡаймаҡ ебәрт­мәне.

Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм дә, бер ҡараңғы кистә, атайымдың сөй һурғысын тотоп барып, әлеге аласыҡтың сынйырҙан яһалған күгәнен йоҙағы менән ҡуша йолҡоп алып ташланым. Үҙем, ҙур енәйәт ҡылғандай, йән-фарман ҡасып киттем. Бибикамал инәй ошо зинданынан килеп сығыр ҙа элекке кеүек теремек, көләкәс булып йәшәп китер һымаҡ ине. Ул сыҡҡан, тик йәшлегенә лә түгел, ә бала сағына ҡайтырға теләгән: ҡасандыр үҙе тәпәй баҫҡан нигеҙгә – хәҙер инде бөтөнләй ят кешеләр донъя көтөп ятҡан өйгә – юлланған. Тормошондағы берҙән-бер бәхетле мәле шунда булғандыр, моғайын...

Колхоз рәйесе йәшәй ине унда. Төнөн кемдер ишек ҡаҡҡас, асһалар, тупһала өҫтө туҙып бөткән, сәстәре уҡмашып ҡатҡан, йөҙө ҡарағыһыҙ булып ҡа­райған, ялан аяҡ Бибикамал әбей тора, ти. Рәйестең ҡатыны, сос кеше, уны шунда уҡ һыуынып өлгөрмәгән мун­саһына индереп йыуындырып, кейемен алмаштырып, йоҡларға һалған, ә иртәгәһен Рәүфә инәйгә барып, тет­мәһен теткән. Шул уҡ көндө район үҙәгенән килеп, әбейҙе дауаханаға алып киттеләр, аҙаҡ, махсус дис­пан­серға ебәрелде, тинеләр. Вафаты хаҡында хәбәр дүрт-биш йылдан ғына ишетелде.

Ә Шәрәфетдин бабай баяғы хәл­дәрҙән һуң бер йыл да торманы – оҙаҡ эсеп йөрөп, алйып, яҙғы күләүеккә йөҙтүбән ҡолап, сәсәп үлде. Һуңғы көндәрендә гел күҙенә әсәһе күренгән. “Үҙе һөйләшә, ә яулығын асҡайны, бите юҡ... Көҙгөгә ҡарағансы, ошонда ҡара, тине, – тип һөйләгән күршеләренә. – Манараларҙы ауҙарып йөрө­гән шул Мулланурҙың ҡыҙын алма, ҡарғалған зат ул, бәхетең булмаҫ, тип күпме әйтте элек – тыңламаным. Ма­турлығына ҡыҙыҡтым. Аҙаҡ ғүмер баҡый би­сәмдең һүҙенән сыға алманым, үҙ әсәмде дошманымдай күр­ҙем...”

Рәүфә инәй, донъя көтөргә күпме тырышһа ла, йәлсемәне. Бер ҡышта, ни сәбәптәндер аласығынан ут сығып китеп, мал һарайы, кәбәндәре янып бөттө. Аранында бикле торған һарыҡ-кәзәләре, торонбаштарға әйләнеп ишелеп төшкән ҡыйыҡтың аҫтында ҡалып, тереләй ҡурылды, тинеләр. Нисәнсе йыл инде ҡыҫыр йөрөгән һыйыры  еленләне лә, йәшел үләнгә аяҡ баҫа алмай, яҙ башында күтәртеп үлде. 

Тағы ла ҡурҡынысырағы – Рәүфә инәйҙең бөгөнгө хәле. Тимуры, үҫеп етеп, яңғыҙ әсәһенә терәк-таяныс булаһы урынға, уның ҡайғыһына әйләнде: атаһы һымаҡ айҙар буйы туҡтамай эсә, бер ҡайҙа ла эшләмәй, кеше менән ҡатышмай, кәләш алыу тураһында уйы бер ваҡытта ла тыуманы, буғай. Әбейҙең барлы-юҡлы пенсия аҡсаһы шул әрәмтамаҡты аҫрауға китеп тора, шуға, аптырап, утын-фәләнде уларға ауыл хакимиәте йүнләй. Өйҙәрен төҙөкләндереү өсөн таҡта, ҡалай килтереп биргәйнеләр, Тимуры бер көн дә ятҡырмай һатып эсте...

Ҡәйнәһе һымаҡ йөҙөн яулыҡ менән ҡаплап йөрөргә өйрәнмәне Рәүфә әбей. Күге мәңге китмәгән, бер яҡҡа ҡый­шайған битен, йолҡҡоланып бөт­кән сәстәрен башҡаларға ғибрәт итеп күрһәткәндәй тойола хатта. “Донъя ҡоло булмағыҙ, хөсөт-золом ҡылмағыҙ, кеше рәнйешен алмағыҙ”, – тигән кеүек.

(Д. Мәзитов).

Фото: Владислав Калачевтың картинаһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: