Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
23 Март , 20:30

Әгәр ураҙа тота алмаһағыҙ

Фидиә саҙаҡаһының быйылғы күләме күпме?

Әгәр ураҙа тота алмаһағыҙ
Әгәр ураҙа тота алмаһағыҙ

Бик теләгән хәлдә лә, ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына кеше Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.

Уның күләме аҙыҡ-түлектең хаҡына бәйле билдәләнә. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлиндең сәхифәһендә әйтелгәнсә, фидиә саҙаҡаһы быйыл шулай түләнә:

– хәлле кешеләр ураҙа тотмаған һәр көн өсөн 400-әр һум,

– матди ауырлыҡтар кисергән кешеләр һәр көн өсөн 200-әр һум бирә.

Фидиә ярлыларға, мохтаждарға аҙыҡ алыу өсөн тәғәйенләнә.

24 март өсөн сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: