Тел ни өсөн тештең артында? "Аллаһ Тәғәләнең хикмәте был. Әгәр тел алда торһа, уйламай-итмәй теләһә ниндәй хәбәр һөйләр ине" тигән фекер һалынған дини китаптарға. Ғөмүмән, әҙәм балаһы һәр һүҙен үлсәп һөйләргә тейеш. Ошоға бәйле бер хикмәт тәҡдим итәбеҙ.
Бер кеше имам-хатип янына килә лә:
– Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә һөйләгәнен әйтәйемме? – ти, йыш-йыш тын алып.
– Туҡта, көтөп тор, – тип яуаплай мулла. – Нимә әйтергә теләгәнеңде тәүҙә өс иләк аша үткәр.
– Нисек?
– Беренсенән, был һүҙҙәрҙе дөрөҫлөк иләгенә һал. Миңә әйтергә теләгәнеңдең хаҡ икәнен ныҡлы беләһеңме?
– Юҡ. Ишеттем генә...
– Яҡшы. Тимәк, дөрөҫмө-юҡмы икәнен белмәйһең. Хәҙер инде еткерергә теләгән һүҙҙәреңде изгелек иләгенән үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында яҡшы хәбәр әйтергә теләйһеңме?
– Юҡ! Киреһенсә!..
– Тимәк, – тип һүҙҙе бүлгән имам-хатип. – Һин уның тураһында, хатта ки дөрөҫлөктө белмәһәң дә, ниндәйҙер насар һүҙ еткерергә ниәтләйһең. Өсөнсө – файҙа иләге. Миңә был хәбәрҙе мотлаҡ ишетеү кәрәкме? Ул тормошома ыңғай йоғонто яһармы, файҙа килтерерме?
– Юҡ...
– Тимәк, еткерергә теләгән һүҙең хаҡ та, яҡшы ла, файҙалы ла түгел. Бындай осраҡта уны ниңә әйтергә?
Ошо хикмәттә раҫланыуынса, ғәйбәт һөйләү, һүҙ йөрөтөү - гонаһ. Изге Рамаҙан айында бындай кире ғәмәлдәр айырыуса тыйыла. Ураҙала насар ғәҙәттәрҙән арынып, хаҡ юлға нығыраҡ яҡынайырға яҙһын, иншаллаһ.
Иртәгәгә, 25 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).
Бөгөн төн Ҡәҙер төнө булыуы ихтимал (Рамаҙан айының һуңғы ун көнлөгөндәге таҡ һанлы көндәр), доғала булайыҡ.