Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
25 Март , 18:00

Боронғо изге китаптар атаһынан ҡалған

"Атайым тере саҡта ла, васыят дәфтәрендә лә аманат итеп ошо дини китаптарҙы ҡалдырҙы. Кешеләргә таратмағыҙ, юғалтмағыҙ, ғәрәп телен өйрәнеп, үҙегеҙ уҡығыҙ, тиер ине. Бына бик боронғо Ҡөрьән китабы, быныһы - тәфсир, ә былары ҡулдан күсереп яҙылған китаптар. Иҫке төрки телен атайым беҙгә лә өйрәтте, әле уларҙы бер аҙ уҡый алам, ә бына ғәрәп телендә яҙылғандарына әле “тешем үтмәй”, – ти әңгәмәсем.

Боронғо изге китаптар атаһынан ҡалған
Боронғо изге китаптар атаһынан ҡалған

Йылайыр районының Исҡужа ауылы – боронғо тарихи ауылдарҙың береһе. Бында элек–электән динле, белемле кешеләр йәшәгән. Шуларҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оҙаҡ йылдар ауылдың муллаһы булған Фазылйән Һөйөндөков.

Фазылйән Шаһишәриф улы 1941 йылдың 15 авгусында фронтҡа алына һәм 1945 йылдың 22 авгусында яраланып тыуған яҡтарына ҡайта. II төркөм инвалиды булған ветеран магазинда һатыусы була, оҙаҡ йылдар хат ташыусы булып эшләй.

Ул ваҡытта дин бер аҙ тыйылып тороуға ҡарамаҫтан, бала саҡтан ата–олаталарынан ислам ҡанундарын өйрәнгән Фазылйән Һөйөндөков дини китаптар уҡыуын дауам итә, мәсеткә йөрөй, аҙаҡ ауыл муллаһы була. Балаларына ла матур тәрбиә бирә, уларҙа дингә ҡарата ихтирам тәрбиәләй.

Динле нәҫелдең үҙҙәренә аманат булып ҡала килгән боронғо ғәрәп, иҫке төрки телендә яҙылған китаптары ла була. Үҙенең һаулығы насарая барыуын аңлаған олатай балаларына васыят дәфтәре яҙа. Бөгөн Фазылйән һөйөндөковтың барлыҡ дини китаптары, үҙ ҡулдары менән яҙылған дәфтәрҙәр, шәжәрә өлгөһө, васыятнамә һәм башҡа күп кенә тарихи яҙмалар улы Сәлмән Һөйөндөковта һаҡлана.

— Атайым тере саҡта ла, васыят дәфтәрендә лә аманат итеп ошо дини китаптарҙы ҡалдырҙы. Кешеләргә таратмағыҙ, юғалтмағыҙ, ғәрәп телен өйрәнеп, үҙегеҙ уҡығыҙ, тиер ине. Бына бик боронғо Ҡөрьән китабы, быныһы - тәфсир, ә былары ҡулдан күсереп яҙылған китаптар. Уларҙың һәр береһе –үҙе бер ҡомартҡы, тарихы әллә күпме йылдарға, хатта быуаттарға барып тоташа. Иҫке төрки телен атайым беҙгә лә өйрәтте, әле уларҙы бер аҙ уҡый алам, ә бына ғәрәп телендә яҙылғандарына әле “тешем үтмәй”, – ти Сәлмән Фазылйән улы.

Етмеш йәшендә лә егеттәрсә дәртле, ихлас һәм киң эрудициялы әңгәмәсем менән сәғәттәр буйы төрлө темаларға фекер алышырға мөмкин. Оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә директор, етәксе, уҡытыусы булып эшләүе лә үҙен һиҙҙермәй ҡалмай: фекерҙәре тос, әйткән һүҙҙәре ышаныслы.

Әлшәй ҡыҙы Фәнүзә Нурмөхәмәт ҡыҙы менән ғаилә ҡороуҙарына тиҙҙән 44 йыл тула. Башҡорт дәүләт институтының 3–сө курсында уҡып йөрөгән егет буласаҡ кәләшен Салауат Юлаев һәйкәле янында күрә һәм ғашиҡ була. Был ваҡытта ҡыҙ мәктәпте тамамлап, Өфөгә имтихандар тапшырырға килгән була. Тәүге йылда уҡырға инә алмай, икенсе йылы Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә.

Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһында башлай һәм 1–се генә курсты тамамлаған Фәнүзә менән сәстәрен сәскә бәйләй. Бер–бер артлы Альбина һәм Руслан исемле балалары донъяға килә. Артабан йәштәр йүнәлтмә буйынса Хәйбулла районының Воздвиженка ауылына эшкә ҡайта. Сәлмән Фазылйән улы балаларға география фәненән дәрестәр бирһә, Фәнүзә Нурмөхәмәт ҡыҙы башҡорт һәм рус телдәренән уҡыта. Тормоштарын йәмләп ҡыҙҙары Эльвира тыуа.

1990 йылда Һөйөндөковтар Исҡужа ауылына атай нигеҙенә ҡайтып төпләнә. Ҡашҡар урта мәктәбендә директор, уҡытыусы булып эшләй, аҙаҡ Исҡужа ауылында мәктәп төҙөп, уны асыуға ҙур өлөш индерә. Ниндәй генә белем усағында эшләмәһендәр, Һөйөндөковтарҙың дәрестәрен балалар көтөп ала. Үҙҙәре лә йәшәү рәүештәре, балалар тәрбиәләүҙәре менән күптәргә өлгө булып тора.

Ғаиләлә атай абруйы, атай һүҙе һәр саҡ беренсе урында булыуында Фәнүзә Нурмөхәмәт ҡыҙының роле ҙур. Балаларының һәр береһенең үҙ ғаиләһе, яратҡан эше бар. Бөгөн ете ейән–ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм олатай улар. Уларға ла үҙ өлгөләрендә матур йәшәү рәүешен күрһәтәләр: сәләмәт тормош алып баралар, ҡышын саңғыла, йәйен йәйәү йөрөйҙәр. Йорт хужаһы оҙаҡ йылдар ауылдың хоккей командаһында уйнай, алыштырғыһыҙ уйынсыларҙың береһе була.

Хаҡлы ялда ла тик ултырмай улар: баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай, һарыҡ, йылҡы көтәләр. Йәй көнө еләген дә һатып ебәрәләр, балыҡ ҡармаҡларға ла йөрөйҙәр. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәй, һәр саҡ хәрәкәттә булған Һөйөндөковтар балаларын, ауылдаштарын һөйөндөрөп, тиң, татыу һәм матур йәшәүҙәре менән барыһына ла өлгө булып, тыуған ауылындарын йәмләп, атаһының васыяттарына хыянат итмәй йәшәүҙәре менән бәхетле улар. Бына шундай ғаиләләр ауылдарҙы йәмле, ҡотло итә лә инде.

Автор фотолары.

Боронғо изге китаптар атаһынан ҡалған
Боронғо изге китаптар атаһынан ҡалған
Боронғо изге китаптар атаһынан ҡалған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: