Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
27 Март , 21:00

Киләһе айҙарҙа ла ураҙа көндәре көтә

Ҡасан был ғәмәл тыйыла?

Киләһе айҙарҙа ла ураҙа көндәре көтә
Киләһе айҙарҙа ла ураҙа көндәре көтә

Рамаҙан айындағынан тыш, ураҙаның тағы ниндәй төрҙәре бар?

– Ғәшүрә һәм Ғәрәфә көндәрендә, ай уртаһында өс көн (һижри тәҡүим буйынса айҙың 13-сө, 14-се һәм 15-се көндәре), дүшәмбе һәм кесе йома, Шәүүәл айында алты көн, Мөхәррәм һәм Шәғбән айҙарының күберәк өлөшөндә ураҙа тотоу сөннәт һәм нәфел (ирекле) тип атала, йәғни Рамаҙан ураҙаһы кеүек фарыз түгел.

– Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре һәм тәшриҡ (Зөлхизә айының 11-се, 12-се һәм 13-сө) көндәрендә ураҙа тотоу тыйылған, сөнки был көндәр – ашау-эсеү һәм Аллаһты иҫкә алыу ваҡыты (хажда ҡорбан салмаған кеше генә Мина яланында тәшриҡ көндәрендә ураҙа тота ала).

28 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: