Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
28 Март , 20:00

Өйөңдә бер көнлөк кенә ризыҡ ҡалһа ла...

Бөгөн Ҡәҙер төнө инеүе ихтимал. Доғала булайыҡ!

Өйөңдә бер көнлөк кенә ризыҡ ҡалһа ла...
Өйөңдә бер көнлөк кенә ризыҡ ҡалһа ла...

Ураҙа байрамы алдынан фытыр саҙаҡаһы таратылырға тейеш. Уны өйөндә бер генә көнлөк һәм төнлөк ризығы булған мосолман да бирергә бурыслы. Бер хәҙистә: “Пәйғәмбәребеҙ фытыр саҙаҡаһы итеп бер сағ хөрмәне йәки бер сағ арпаны һәр мосолманға – ҡолға ла, азат кешегә лә, иргә лә, ҡатынға ла, олоға ла, кесегә лә – фарыз ҡылды”, – тиелгән (әл-Бохари йыйынтығынан).

Фытырҙы Рамаҙан айы бөтөүгә бер-ике көн ҡалғас та өләшә башларға мөмкин. Хәҙистә бәйән ителеүенсә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт был саҙаҡа хаҡында: “Кемдер ғәйет намаҙынан алда тапшырып ҡуйһа, ул ҡабул булған зәкәт тип һаналыр, ә кемдер намаҙҙан һуң бирһә, ҡәҙимге саҙаҡа булыр”, – тигән (Әбү Дауыт һәм Ибн Мәджәһ йыйынтыҡтарынан). Тимәк, фытырҙы үҙ ваҡытында, йәғни ғәйет намаҙы тамамланғанға тиклем тапшырып өлгөрмәгән кеше, һуңлағаны өсөн тәүбә ҡылып, аҙаҡ, һуң булһа ла, биреп ҡуйырға тейеш.

Саҙаҡа итеп урындағы халыҡ ашаған ниндәй булһа ла ризыҡты алырға мөмкин. Ҡайһы бер сәхәбәләр: “Пәйғәмбәр арабыҙҙа булған саҡта беҙ фытыр саҙаҡаһын бойҙайҙан, хөрмәнән, арпанан, йөҙөмдән йә эремсектән бер сағ итеп сығара торғайныҡ”, – тип әйтеп ҡалдырған (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). Бер сағ – ул бөртөклө әйберҙәрҙең 4 ҡуш усҡа һыймалы миҡдары; ауырлығы 2,2 – 3,3 кг килеп сыға.

Хәҙерге мосолмандар фытырҙарын аҡсалата бирергә күнеккән, ләкин ғалимдарҙың күбеһе уны ризыҡлата өләшеү дөрөҫөрәк тип иҫәпләй. Әгәр ғаилә биш кешенән торһа, һәр береһенән берәр сағ ярма тапшырылырға тейеш тип һанаһаҡ, 15 килограмм тирәһе ярманы мохтаждарға таратырға кәрәк буласаҡ.

Фытырҙы бирергә мөмкин булған һигеҙ төркөм бар:

1) фәҡирҙәр, йәғни бер нәмәһе лә булмаған кешеләр;
2) мөлкәтһеҙҙәр – мохтажлыҡ кисереүселәр, әммә уларҙың матди хәле тәүгеләрҙекенә ҡарағанда яҡшыраҡ;
3) урындағы имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше;
4) дин юлында дәғүәт алып барыусылар;
5) иреккә сығарыу маҡсаты менән ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе һатып алыусылар;
6) шәриғәт ҡанундарына ярашлы рөхсәт ителгән әйберҙәргә йәки икенсе берәй кеше өсөн матди бурыс алып, унан ҡотолоу юлын тапмаусылар;
7) изге һуғышта ҡатнашыусылар;
8) мосафирҙар, йәғни, сит илдә тороп ҡалып, йәшәү сығанағы булмаған юлсылар.

29 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Бөгөн Ҡәҙер төнө инеүе ихтимал. Билдәле ки, ул Рамаҙан айының һуңғы ун көнлөгөндәге таҡ һанлы кистәрҙең береһендә көтөлә. Доғала булайыҡ!

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: