"Ислам дине йырларға, бейергә рөхсәт итәме?" тигән һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Дин белгесе Морат хәҙрәт Лоҡманов бына ниндәй аңлатма бирә:
- Бында "Рөхсәт итә" йә "Рөхсәт итмәй" тип ҡырҡа ғына яуап биреү дөрөҫ булмаясаҡ. Кешелек йәшәйешендә тыйылған әйберҙәр була, тыйылмағандары була. Тыйылмағанды тыйып йөрөү ул шулай уҡ тыйылғанды рөхсәт итеүгә, йәғни гонаһҡа тиң. Шунлыҡтан, тыйыу өлкәһендәге "белемселектән" дә һаҡ булырға кәрәк.
Йыр-бейеүгә лә төрлө яҡтан ҡарайһың. Уның да урыны, ваҡыты һәм мәғәнә үҙенсәлеге бар. Алайыҡ, үҙебеҙҙең халыҡ ижады өлгөләрен. Улар борондан, милләттең төрлө кисерештәре, тарихи үткәне һәм башҡа хәл-торошо ағымында барлыҡҡа килгән, халыҡ шуларҙы башҡарып, күңел йыуатып, күңел күтәреп йәшәй белгән. Һәм ни өсөн ул дин сиктәрендә тыйылырға тейеш һуң әле?
Мәҫәлән, матур итеп йыуылған таҙа өйгә аҡылы, әҙәбе булған кеше мотлаҡ аяҡ кейемен һалып ҡына инә. Шуның кеүек, дингә килгән кеше лә һәр ғәмәлен, йыр-бейеү булһынмы, башҡа нәмәме, тейешле тәртип сиктәренән сыҡмай ғына башҡарасаҡ. Был тәңгәлдә уны тыйырға ла кәрәкмәй. Кешелә эске мәҙәниәт, күңел таҙалығы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, һин иң беренсе иманыңды үҫтер һәм ул һиңә ниндәй йырҙың ярай, ә ниндәйенең ярамай икәнен һиҙҙерәсәк. Бейеүсенең дә эске халәте иҫ киткес саф булып, мәсеттән ҡайтмай йөрөгәндең дә уйҙары бысраҡ булырға мөмкин. Бына минең ҡартатай мулла булды. Үҙе ҡурайҙа ла уйнаны, йырлап та, бейеп тә ебәрә ине. Шулай уҡ беҙ бөйөк ғалимдарҙың береһе Хәбибназар Үтәкиҙе беләбеҙ. Ауылында мулла булып тора һәм йыйындарҙа һоҡланғыс итеп халыҡ йырҙарын башҡара. Унан килә, халҡыбыҙҙың күпме ҡарһүҙҙәре көйләп әйтелә, мөнәжәттәре, аяттары йырлап уҡыла. Ҡыҙ оҙатҡандағы сеңләүҙәр, туй йолаһы йырҙары, таҡмаҡтар. Ә бейеүҙәребеҙҙә ниндәй тарих йәшәй! Ҡурай нисә быуаттар шәһит яугирҙарын яуҙарҙа оҙата йөрөгән. Хатта Ҡөрьән үҙе лә көйлө хитап бит!
"Киске Өфө" гәзите, 2019 йыл.
Сығанаҡ: https://kiskeufa.ru
Фото: Мәккә Межиеваның альбомынан.