...Ауылдағы мәсеткә ҙур йоҙаҡ эленгән. Әммә бикле торған йортҡа инеү теләге шул ҡәҙәр ҙур малайҙың. Күңеле гелән шунда тартыла...
– Әл-хәмдү лил-ләһ, ваҡыт үтеү менән теләгем тормошҡа ашты. Мине генә түгел, илебеҙҙәге күп мосолман халҡын асылына ҡайтарып, мәсеттәрҙәге йоҙаҡтар, күңелдәге “бик”тәр алып ташланды. Һәм, иншаллаһ, бер ҡасан да кире ябылмаһын, – ти “Өммәт тур” турист фирмаһы етәксеһе Фәнүр хәҙрәт Хоҙайғолов.
Ул – Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһынан.
– Беҙгә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дин тәрбиәһендә үҫергә яҙманы, – ти Фәнүр хәҙрәт. – Исламға бәйле тәүге һабаҡтарҙы миңә бер туған ағайым бирҙе. Ул хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, мәсеткә йөрөй башланы, намаҙға баҫты. Миңә ул саҡта 16-17 йәш ине. Ағайымдың Ислам тураһында һөйләгәндәрен хайран ҡалып тыңлап, хаҡ юлға яҡынайҙым, доғалар өйрәнә башланым – бәләкәйҙән үк күңелем дингә тартылғас, миңә барыһы ла еңел бирелде, ихлас ҡабул иттем.
Мәктәпте тамамлағас, Фәнүр Хоҙайғолов колледжда белем ала, унан йөрәк ҡушыуы буйынса Рәсәй ислам университетына уҡырға инә. Диплом алғас, дини юғары уҡыу йортоноң ул саҡтағы директоры Ринат Раев Баймаҡ егетен Силәбеләге Аҡ мәсеткә имам итеп тәғәйенләй. Бер үк ваҡытта урындағы мәҙрәсәлә уҡытып та йөрөй Фәнүр хәҙрәт. Бер аҙҙан республикабыҙға ҡайтып, Мәләүез ҡалаһында имамлыҡ, мөғәллимлек бурысын атҡара башлай.
– Шул осорҙа, әл-хәмдү лил-ләһ, өйләндем. Буласаҡ ҡатыным Розалия менән Әбйәлил районының Асҡар мәсетендә таныштыҡ, – ти Фәнүр хәҙрәт.
Артабан Өфөнөң “Мәҙинә” мәсетендә имам-нәиб, имам-хатип, Яңы Уренгой ҡалаһы мәҙрәсәһе директоры бурыстарын атҡарған Баймаҡ егете хәҙер иһә эшҡыуарлыҡ юлында – “Өммәт тур” турист фирмаһы етәксеһе, халыҡты хажға ебәреү ғәмәле менән шөғөлләнә.
Розалия һәм Фәнүр Хоҙайғоловтар Өфө районының Йоматау ауылында ғүмер итә. Йәш ғаиләлә өс бала үҫә: Ҡәҙриә, Камил, Кәрим.
– Ҡыҙыбыҙ, улдарыбыҙ бәләкәйҙән дин тәрбиәһендә. Ике өлкәне беҙҙең менән бергә ураҙа тотто, әл-хәмдү лил-ләһ, – ти Фәнүр хәҙрәт. – Атай-әсәйем дә инде хәҙер Исламда. Барыбыҙға ла ошолай дин юлында бергә булырға яҙһын – өммәтебеҙгә ҡеүәт өҫтәлһен!
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.