Ураҙа байрамыбыҙ мөбәрәк булһын, тотҡан ураҙабыҙҙың сауабын насип итһен.
Бөрйән районы Ҡотан ауылында үҙенә йәлеп итеп торған мәсетебеҙ бар. Кисә барлыҡ ауыл халҡы ошо ыҡсым ғына иман йортона ағылды.
Иртәнге Ғәйет намаҙын Хәбир Ырыҫбаев үткәрҙе, вәғәздәр һөйләне. Фәһемле, күңелгә үтеп инерлек булды уның кәңәштәре.
Иртәнге Ғәйет намаҙынан һуң байрам күмәк көс менән әҙерләнгән табын артында дауам итте. Бына шундай дәррәү һәм берҙәм ул ҡотандар.
Киләһе йылда ла теүәл генә Рамаҙан айын ҡаршыларға яҙһын.
Бөрйән районы, Ҡотан ауылы.
Текст һәм фото авторы: Әлфирә Ғәлина.