

Ир менән ҡатын татыу булһын өсөн уҡылған доға
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләллаһу ғәләйһи вәсәлләм үҙенең өммәтенә асыуланып, һөйләшмәйенсә өс көндән дә артыҡ йөрөмәҫкә ҡушҡан. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Рөхсәт ителгән ғәмәлдәрҙән Аллаһ Тәғәлә өсөн иң яратмағаны – ул айырылышыу”, тигән.
Ғаиләне ят күҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән дә һаҡларға кәрәк.
Түбәндәге доғаны ла йыш ҡына уҡыу тороу тик файҙаға булыр.
“Аллаһуммә әллиф бәйнә кулүбинә, вә әсълих зәтә бәйнинә, вәһдинә субуләс-сәләми, вә нәжжинә минәз-зулүмәти илән-нур, вә жәнибәл-фәвәхишә мәәзәхәра минһә вәмә бәтәнә”.
“Йә, Раббым! Беҙҙең араларҙы яҡынайт, мөнәсәбәттәребеҙҙе нығыт. Барыбыҙҙы ла тыныслыҡ юлынан алып бар, ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығар. Беҙҙе асыҡ һәм йәшерен насарлыҡтарҙан һаҡла”.