

Инде икенсе йыл рәттән Белорет районының Өфөләге “Артыш” яҡташтар йәмәғәт ойошмаһы ағзалары матур йолаға тоғро ҡалып, баш ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнгән билдәле яҡташтары – атаҡлы композитор, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы Заһир Исмәғилев, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, билдәле яҙыусы, дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яныбай Хамматовтың ҡәберҙәрен таҙарта, мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, аят уҡый.
Белореттар бер ыңғай башҡорт халҡының билдәле шәхестәре Хөсәйен Әхмәтовтың, Рауил Бикбаевтың, Әхмәт Мортазиндың ҡәберен таҙартты.
"Беҙ фәҡәт яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә генә хөрмәт күрһәтеп ҡалмайбыҙ, халҡыбыҙҙың башҡа бөйөк шәхестәре ерләнгән урындарҙы ла тәртипкә килтерәбеҙ", – ти Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Исмәғилев.
Ә һеҙ өмәләрҙә ҡатнаштығыҙмы?
Әйткәндәй, "Башҡортостан" гәзите Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы һәйкәлдәрҙе, обелискыларҙы таҙартыу буйынса акция иғлан итте. Һеҙ ҙә ҡатнашып, тыуған ауылығыҙҙағы изге урындарҙы төҙөкләндереп, ошо хаҡта беҙгә яҙып ебәрегеҙ.
Рәмилә МУСИНА фотолары.