Иман
2 Июнь 2025, 09:00

60 махсус урын булдырыла

Башҡортостан Ҡорбан байрамына әҙерләнә. 

60 махсус урын булдырыла60 махсус урын булдырыла
60 махсус урын булдырыла

6 июндә бөтә донъя мосолмандары изге байрам – Ҡорбан байрамын ҡаршылай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны үткәреү буйынса йөкләмәләр бирҙе.

"Муниципалитет башлыҡтарын иҫкәртергә теләйем, ҡорбан килтереү өсөн бөтә кәрәкле шарттарҙы ентекләп өйрәнергә һәм булдырырға кәрәк. Беренсенән, руханиҙарға байрам сараларын ойоштороуҙа ярҙам итеүегеҙҙе һәм бөтә тәьмин итеүсе хеҙмәттәрҙең дежурлығын ойоштороу буйынса саралар күреүегеҙҙе һорайым. Икенсеһе, ветеринария хеҙмәттәре менән килешеп, санитар нормалар талаптарын ҡәтғи иҫәпкә алып, ҡорбан малдарын һуйыу өсөн махсус бүленгән урындарҙы тәьмин итергә. Өсөнсөнән, биологик ҡалдыҡтарҙы махсус контейнерҙарға йыйыуҙы һәм уларҙы утилләштереүгә сығарыуҙы ойошторорға”, – тине ул.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, был көн ҙур байрам, әммә, яуаплы кешеләр өсөн байрамдар — көсөргәнешле эш мәле.

Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты башлығы Азат Йыһаншин билдәләүенсә, Ҡорбан байрамы осоронда республикала бөтәһе 60 махсус һуйыу майҙансығы йыһазландырыласаҡ, шул иҫәптән икәүһе Өфөлә.

Алдан туғыҙ мең баш мал һуйыу планлаштырылған, шуларҙың өс мең башы Өфөлә. Ведомство башлығы, махсус майҙансыҡтарҙа хайуандарҙы һуйыу тик теркәлгән хайуандар өсөн генә ветеринария хеҙмәттәре контроле аҫтында үткәрелә, тип өҫтәне.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас