

10 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе ғибәҙәтхана комплексын ҡараны һәм объектта монтажлау һәм биҙәү эштәрен дауам итеү буйынса эш кәңәшмәһен үткәрҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсет 2006 йылда төҙөлә башлаған. Төҙөлөштө төрлө инвесторҙар өҙөклөктәр менән финанслай. 2016 йылдың йәйендә эштәр туҡтатыла. 2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы “Әр-Рәхим” йәмиғ мәсетен төҙөүҙе дауам итеү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Бынан һуң белгестәр объектты комплекслы тикшерә һәм уның торошон баһалай. 2024 йылдың апрелендә төбәк етәксеһе мәсет төҙөлөшө тергеҙелеүе тураһында хәбәр итә.
Төҙөлөш майҙансығына барған саҡта Өфөнөң Инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов, төҙөүселәр манараларҙы мәрмәр менән көпләүҙе тамамланы, тип һөйләне. Шулай уҡ ҡыйыҡтың өс кимәлен монтажлау тамамланған. Быйыл витраждар һәм быялалар ҡуйыу, мәсет тирәләй стилобат ҡороу һәм фасадты биҙәү бурысы тора.
Төбәк Башлығына бинаны тышлағанда файҙаланырға ниәтләгән материал өлгөләрен күрһәттеләр. Улар сифатлы, тышҡы тәьҫирҙәргә сыҙамлы, шулай уҡ эстетик яҡтан йәмиғ мәсете статусына тап килергә тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе ғибәҙәтхана комплексын төҙөүҙең төп этаптары хаҡында һөйләне.
– Август аҙағына тиклем фасадты тышлай башлайбыҙ. Шулай уҡ тәҙрәләрҙе алмаштырабыҙ – уларҙың күбеһе насар хәлдә. Тышҡы яҡтан күренмәгән, әммә коррозияға, һыу, ҡар, һыуыҡҡа дусар булған элементтарҙа күп эштәр башҡарырға тура килә. Ҡышҡа мәсетте йылылыҡ менән тәьмин итеүҙе башларға ниәтләйбеҙ. Ә киләһе йылда биләмәне төҙөкләндереү менән шөғөлләнәсәкбеҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. - Әлегә эске биҙәү эштәренең күпме ваҡыт аласағын әйтеүе ҡыйын. Шуныһы мөһим, беҙ төҙөлөштө тергеҙҙек, һәм төп бурыс – уны туҡтатмау. Проектты тамамлайбыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.