

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында мариҙарҙың Мишкә ауылындағы “Шукын кумалтыш” изге сауҡалығында булды. Ул рухи тормоштоң община үҙәге функцияһын үтәй. Бында, ниндәй ырыуҙан булыуына ҡарамай, төрлө ауыл кешеләре йыйыла.
2016 йылда Мари тарихи-мәҙәни үҙәк башланғысы менән һәм йәмәғәтселек ярҙамында доға уҡыу өсөн урынды төҙөкләндергәндәр, ер участкаһын билдәләү, ҡоймалар менән уратыу буйынса эштәр башҡарылған. Урындағы аҡһаҡалдар тәртип һаҡлауҙы күҙәтә. Ғибәҙәт киңлеге биләмәһендә айырыуса ололоҡлауға эйә ағас – “онапу” үҫә.
Башҡортостан Башлығы республика етәкселәренән беренсе булып мариҙарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, ырымдары һәм йолалары һаҡланған үҙенсәлекле урын менән танышты. Төбәк етәксеһе дин әһелдәре менән осрашты, традицияларҙы һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.
– Был кешелектең төп байлыҡтарының береһе – халыҡ бөтә матурлығында, теле, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, дине менән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.