Иман
27 Сентябрь 2025, 01:45

Кешене рәнйетеүҙән һаҡлан

Аллаһ уны Үҙе яҡлай, доғаларын ҡабул итә. Миҫалдар - яҙмала. 

Кешене рәнйетеүҙән һаҡланКешене рәнйетеүҙән һаҡлан
Кешене рәнйетеүҙән һаҡлан

Динебеҙҙә кемде лә булһа рәнйетеү ҙур гонаһ тип һанала. Нахаҡҡа ҡыйырһытылған кешенең доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ – ул, һис шикһеҙ, ҡабул ителә.

Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ, үҙенең сәхәбәләрен берәр ергә ебәрһә, рәнйетелгән кешеләрҙең доғаһынан һаҡланырға ҡушҡан. Ибн Ғәббәстең (Аллаһ унан риза булһын) һүҙҙәренә ҡарағанда, Йәмән ерлегенә Мүғаҙ ибн Жәбәлде (Аллаһ унан риза булһын) ебәргәндә лә Пәйғәмбәребеҙ уға: “Рәнйетелгәндең доғаһынан һаҡлан, сөнки уның доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ”, – тигән (Мөслим риүәйәте).

Сира һәм тарих китаптарында был хаҡта ғилем эйәләре килтергән тиҫтәләрсә миҫалды, ғибрәтле ҡиссаларҙы табырға була. Йыраҡтарға китмәйенсә, үҙебеҙҙең тормошобоҙға ғына күҙ һалһаҡ та, был хәҙискә дәлилдәрҙе күп килтерергә мөмкин. Рәнйегән кешенең артында Аллаһтың көсө тора, Ул доғаларҙы ҡабул итә.

Ғүрвә ибн әз-Зөбәйерҙән (Аллаһ уға рәхимле булһын) килгән бер ғибрәтле ҡиссаны иҫкә төшөрәйек. Сәхәбәләр заманында бер ҡатын, Сәғит бин Зәйетте (Аллаһ унан риза булһын) золомлоҡ менән уның ерен тартып алыуҙа ғәйепләп, Мәрүән ибн әл-Хәкәмгә шикәйәт менән мөрәжәғәт итә. Был ялыуға яуап итеп, Сәғит: “Пәйғәмбәребеҙҙең һүҙҙәрен ишеткәндән һуң мин уның еренә нисек инәйем?” – тип әйтә. Мәрүән шунан: “Ә һин Аллаһтың илсеһенән нимә ишеттең?” – тип һорай. Ул: “Мин Пәйғәмбәребеҙҙең: “Кемдер золомлоҡ менән бер ҡарыш ерҙе алһа, шуның менән ете ҡат ер аҫтына төшөр”, – тигәнен ишеттем”, – ти. Мәрүән, әлеге һүҙҙәрҙе ишеткәс: “Бынан ары һинән һис аңлатма һорамайым”, – ти. Шул ваҡыт нахаҡ ғәйепкә күңеле рәнйегән Сәғит: “Йә Аллаһ, әгәр ул ҡатын ялғансы булһа, уның күҙҙәрен ал һәм ана шул ерендә әжәлен бир”, – тип әйтә. Ысынлап та, ул ҡатын вафат булғансы һуҡырая һәм бер көндө үҙе, шул ерендә йөрөгән сағында, соҡорға йығылып үлеп ҡуя (Мөслим риүәйәте).

Үҙ башына кеше рәнйешен алып, баштан-аяҡ хәсрәткә сумған бәдбәхеттәр аҙ түгел тарих биттәрендә. Ҡайһы ваҡыт, үҙебеҙҙә булған көс-ҡеүәт менән маһайып, тормошта терәге булмағанға көсһөҙ тип, төкөрөп ҡарайбыҙ шул.

Берәр кешене иҫкә алһаҡ, йыш ҡына “Уның артында кем тора?” тигән һүҙҙе ҡулланабыҙ. Рәнйетелгән кешенең артында Аллаһ һәм Уның ҡәһәре тора! Аллаһ уны Үҙе яҡлай, рәнйетеүсеһен Үҙе таба, тейешлеһен Үҙе бирә.

Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, Аллаһтан ҡурҡайыҡ.

Видеояҙмала, фотоһүрәттә - Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылының "Рамаҙан" мәсетендә мосолман ҡатын-ҡыҙ.

Автор яҙмалары.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас