Иман
16 Октябрь 2025, 10:00

Мәсеттә ҡышын өшөмәйәсәктәр

Бөрйән районының Кейекбай ауылында ҙур өмә үткән. Унда мәсеткә утын әҙерләгәндәр.

Мәсеттә ҡышын өшөмәйәсәктәрМәсеттә ҡышын өшөмәйәсәктәр
Мәсеттә ҡышын өшөмәйәсәктәр

"Мәсет – Аллаһ йорто. Уны ҡарап, тәрбиәләп тотҡандарға Раббыбыҙ сауаптарын насип итһен. Кейекбай ауылында мәсеттә ҙур өмә ойошторолдо. Ауылыбыҙҙың ир-егеттәре утынды төшкә тиклем ярып-өйөп тә ҡуйҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был эштән ситтә ҡалманы - утын өйөштөләр һәм тәмле сәй табыны әҙерләнеләр.

Мәсеткә утын килтергән Әҡсән Хәлитов менән Вилдан Әҡсән улына һәм өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ауыл халҡына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын, ике донъяның рәхәте насип булһын! - ти имам-хатиб Фәнил Фәхретдин улы Мырҙағолов", - тиелгән Кейекбай ауыл биләмәһе төркөмөндә.

Афарин, кейекбайҙар!

Сығанаҡ: Кейекбай ауыл биләмәһе төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас