Иман
24 Октябрь 2025, 10:40

Бөгөн ҡояш байығанға тиклем уҡығыҙ

Яуызлыҡтан, ялғандан һаҡлар доға - сайтта. 

Бөгөн ҡояш байығанға тиклем уҡығыҙБөгөн ҡояш байығанға тиклем уҡығыҙ
Бөгөн ҡояш байығанға тиклем уҡығыҙ

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм кесаҙна төнөндә йәки йома көн дауамында "Әл-Кәһф" (“Мәмерйәләр”) сүрәһен уҡырға ҡушҡан.

Был сүрәнең тәүге ун аятын ятлап алған кеше Дәжжәл фетнәһенән (алдаҡтан, ялғандан, яуызлыҡтан) һаҡланған булыр", – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм (Мөслим йыйынтығынан).

Был сүрә Пәйғәмбәребеҙгә Мәккәлә сағында иңдерелгән. Ул 110 аяттан тора. Дүрт төп тема бар:

1) иман менән һынау (9 – 26-сы аяттар),
2) байлыҡ менән һынау – хәлле һәм ярлы кешеләр тарихы (32 – 44-се аяттар),
3) белем менән һынау – Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һәм Әл-Хызыр (60 – 82-се аяттар),
4) хакимлыҡ итеү менән һынау – Зөлҡәрнәй һәм Йәьжүж менән Мәьжүж халыҡтары (83 – 98-се аяттар).

Д. Ишморатова фотоһы.

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас