Иман
25 Октябрь 2025, 01:45

"Балаларымды һаҡла, Аллаһым!"

Пәйғәмбәребеҙҙең доғаһын беҙ ҙә уҡып торайыҡ.

"Балаларымды һаҡла, Аллаһым!""Балаларымды һаҡла, Аллаһым!"
"Балаларымды һаҡла, Аллаһым!"

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенгә ошолай тип доға ҡылғаны риүәйәт ителә: "Күғииҙүкүмәә* бикәлимәәәтил-ләәһиттәәммәти мин күлли шәйтании үә һәәммәһ, үә мин күлли ғәйнин ләәммәһ".

Мәғәнәһе:

"Аллаһтың камил һүҙҙәренә улар һеҙ икәүҙе (йәки һине, йәки һеҙҙе) һәр төрлө шайтандан һәм төрлө зыянлы бөжәктәрҙән йәнә күҙ тейеүҙән һаҡлаһын тип һыйынам!"

* Бер ир бала өсөн - күғииҙүкә, бер ҡыҙ бала өсөн - күғииҙүки, ике бала өсөн - күғииҙүкүмәә, икенән күберәк ир балалар йәки ир һәм ҡыҙ балалар өсөн - күғииҙүкүм, икенән күберәк ҡыҙ балалар өсөн - күғииҙүкүннә.

"Мосолмандың ҡәлғәһе" китабынан.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас