

29 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Әр-Рәхим” мәсетенең архитектура яҡтыртыу варианттары менән танышты. Күптән түгел был объектта яҡтылыҡ техника ҡорамалдарына тест үткәреүгә тотондолар.
Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры, Өфөнөң ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов әйтеүенсә, бинаны яҡтыртыу буйынса белгестәр ете төрлө вариант әҙерләгән. Баш ҡаланың архитектура советы киске һәм төнгө ваҡытта, төп мосолман һәм дәүләт байрамдарын уҙғарған көндәрҙә мәсетте яҡтыртыу буйынса өс концепцияны һайлап алды.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, мәсеттең төнгө ваҡыттағы йөҙө ҡала ландшафтына тура килергә, эстетик һәм техник талаптарға ла яуап бирергә тейеш.
- Яҡтыртыуҙың барлыҡ варианттары ла ҡыҙыҡлы. Тағы ла бер тапҡыр осрашырға һәм тәҡдимде ентекле өйрәнергә килештек. Унан һуң инде һуңғы ҡарар ҡабул ителәсәк, - тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме - мәсетте төҙөүҙе беҙ дауам итәбеҙ. Бер көнгә лә туҡталған юҡ. “Әр-Рәхим” мәсете – ҙур объект, бында тиҫтәләгән мең кеше киләсәк, шуға уның хәүефһеҙ булыуы ла мөһим. Өфө ҡала советы рәйесе Марат Вәсфиевич Вәсимовҡа рәхмәт. Уға ошо проектты алып барыуын һорағайным. Уның тәжрибәһе ҙур. Бергәләп, Аллаһ ярҙамы менән мотлаҡ төҙөлөштө тамамларбыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!