

Әсәйҙәребеҙ беҙҙе доғаларынан ҡалдырмай. Беҙ ҙә улар өсөн доға ҡылайыҡ.
Аллаһ Тәғәләм, әсәйем менән бала сағымда иркәләгән кеүек, уны ла бәхет-шатлыҡтар менән иркәлә. Уның күңелен иман нуры, һиллек менән тултыр.
Уға ныҡлы һаулыҡ, һәр көнөндә еңеллек бирә, борсолоуҙарҙан, арыуҙан һәм ҡурҡыуҙарҙан һаҡла.
Аллаһ Тәғәләм, әсәйемдең һәр йоҡоһоҙ төнө, балалары өсөн доғалары, һәр күҙ йәше, шулай уҡ беҙгә бүләк иткән һәр йылмайыуы өсөн изгелектәре өсөн сауаптар үҙенә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.
Аллаһ Тәғәләм, уның тормошон бәхетле, күңелен тыныс ит.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!