

Бәләкәй саҡта әсәйем борҡоп ҡайнап ултырған самауырҙан сәй яһап йә көршәктән аш һалып биргәс, беҙ уларҙы тиҙерәк һыуытыр өсөн: «Өф, өф-ф!» - тип өрөргә керешә инек. Диндар өләсәйем гел: «Ризыҡҡа, ризыҡ һалынған һауытҡа өрмәгеҙ!» - тиер ине. «Ни эшләп?» - тигән һорауға яуап: «Ярамай, тигәс ярамай!» - булыр ине күп ваҡытта.
Һорауға яуап алып булманы, әммә ризыҡҡа өрөү ғәҙәтен ташлатты өләсәй. Ошо һорауға яуапты хәҙистәрҙе өйрәнә башлағас ҡына алдым.
Әбү Дауыт, Тирмизинан килтерелгән хәҙистәрҙә, ысынлап та, ризыҡҡа өрмәгеҙ, тиелә.
Сәбәбе нимәлә һуң? Быны XXI быуат фәне иҫбат иткән дә инде: ауыҙ эсе ҡыуышлығы - иң бысраҡ микрофлора. Тын менән сыҡҡан микробтар, бактериялар ризыҡтағы юғары температураға ҡушылып, күп ауырыуға сәбәпсе була икән. Ошо хаҡта бынан 15 быуаттай әүәл әйтелгән, өләсәйҙәребеҙ ҙә ошо хәҙистәге аҡылды белгән, шуға күрә беҙҙе, ризыҡҡа өрмәгеҙ, тип үҫтергән.
Ә бөгөнгө фәнни-техник прогресс осоронда һәр беребеҙ ашыға, ризыҡты ла ҡабалан-ҡарһалан ашай, эҫеһен өрөп һыуыта. Бигерәк тә бәләкәй балаларға өрөп һыуытып бирәбеҙ. Әйткәндәй, эҫе, ҡайнар ризыҡта бәрәкәт булмай, уны һыуытыңҡырап ашарға ҡушыла. Тик өрөп түгел, һыуына биргәнен көтөп, сабыр итеп.
Ашай белергә лә аҡыл, ғилем кәрәк икән...
Дини календарҙан.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!