

Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов. Республикабыҙҙа ғына түгел, тотош илебеҙҙә Исламдың үҫеше уның – олуғ дини остазыбыҙҙың – исеме менән айырылғыһыҙ бәйле. Юғары мөфтөйҙөң Аллаһ юлындағы хеҙмәтенең һәр көнө халҡыбыҙ, өммәтебеҙ мәнфәғәттәренә бағышланған.
Татыулыҡ нигеҙе – белемдә
Баш ҡалабыҙ Өфөлә Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиновтың Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе булып эшләүенең 45 йыллығы киң билдәләнәсәк. Ошо уңайҙан уның менән матбуғат конференцияһы үткәрелде, мөфтөй төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.
Тотош тормошо халыҡты хаҡ юлға әйҙәүгә бағышланған олуғ диндар әйтеүенсә, Ислам үҫешендәге бөгөнгө һөйөнөслө һөҙөмтәләр нигеҙендә элек-электән алып барылған оло, тынғыһыҙ хеҙмәт ята.
– Уҙған быуаттың 80-се йылдары. Өфөлә Ризаитдин ибн Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсә эш башланы, Ҡазанда “Ҡөрьән Кәрим” китабы яңынан баҫылып сыҡты, Волга буйында, Себерҙә мосолман ғибәҙәтханалары асылды, Мәскәүҙә Йәмиғ мәсетен яңыртыуға тотондолар, – тип үткән быуаттағы эштәрҙе барланы Тәлғәт Сафа улы. – Ғөмүмән, уҙған дәүер аҙағында уҡ илебеҙҙә динде үҫтереү маҡсатында ҙур эштәр атҡарылды һәм улар йылдан-йыл арта, камиллаша. Исламдың төп нигеҙе, асылы – берҙәмлек. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ҡалған ошо аманатҡа тоғро ҡалып, тәү сиратта өммәтебеҙҙә татыулыҡты, теләктәшлекте нығытыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Шулай уҡ башҡа дин, конфессия вәкилдәре менән ихтирамлы мөнәсәбәттә йәшәү – төп ынтылышыбыҙ. Өфө – илдең мосолман йәмәғәтселеге үҙәге, беҙҙең төбәгебеҙҙә Ислам таҙа килеш һаҡланған. Ошо ҡиммәттәрҙе, паклыҡты артабан да ҡәҙерләп, “саңландырмай” йәшәһәк ине.
Тәлғәт хәҙрәт дин үҫешендәге барлыҡ эш-ғәмәлдәрҙең башында белемле етәкселәр, имамдар тороуын билдәләй. “Өммәттә һәр саҡ берҙәмлек, татыулыҡ булыуын теләйбеҙ икән, тәү сиратта дини белем биреүҙең сифатына иғтибарҙы арттырыу мөһим, – ти ул. – “Һине юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә исеменән уҡы!” тип башлана Ҡөрьәндәге тәүге аят. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бик күп хәҙистәре аша ғилемгә әйҙәй. Ошо һабаҡтар – эшебеҙҙә төп терәк-таяныс. Ислам ғилеме бирелгән уҡыу йорттары өсөн тәғәйенләнгән дәрес программаларының йөкмәткеһен байытабыҙ, әсбаптар сығарабыҙ, педагогтарҙың белемен даими камиллаштырабыҙ, өҫтәүенә шәкерттәрҙе йәмәғәт эштәренә әүҙем йәлеп итәбеҙ – халыҡ менән бергә булырға өйрәнһендәр. Аралашмай, ситтә йөрөһәң, ике арала аңлашылмаусанлыҡ барлыҡҡа килә. Йәмғиәттең уртаһында ҡайнап, кешеләргә динебеҙ ҡиммәттәрен төшөндөрөргә, улар күңелендә үҙ өлгөбөҙҙә Исламға ҡарата һөйөү тәрбиәләргә кәрәк.
Ватанды һөйөү һынау мәлендә күренә
Әҙәм балаһы һәр заманда ла дин тәрбиәһенә, Аллаһ һүҙенә мохтаж, ти Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов. Айырыуса әлеге ҡатмарлы осорҙа.
– Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө. Динебеҙҙәге ошо һүҙҙәргә тоғролоғон илебеҙ, республикабыҙ мосолмандары һәр эш-ғәмәле аша раҫлап килә. Был айырыуса ауыр мәлдәрҙә, һынауҙарҙа күренә, – ти Юғары мөфтөй. – Мәҫәлән, Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә өлгәшеүендә руханиҙарҙың, дини ойошмаларҙың, шул иҫәптән беҙҙең мосолмандарҙың өлөшө ҙур. Быны Рәсәй Президенты Владимир Путин да билдәләй. “Бөйөк Ватан һуғышы башланған иң ауыр, ҡан ҡойошло мәлдә Өфөлә мосолмандар съезы үтә. Унда мөфтөй Ғабдрахман хәҙрәт Рәсүлев, пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең аманатына тоғро ҡалып, тыуған ерҙе һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында белдерә. Ил һағына дәррәү баҫҡан мосолмандар, башҡа дин, халыҡ вәкилдәре менән бер рәттән, Брест ҡәлғәһенән алып Берлинғаса яу юлын үтә. Иптәштәрен төрлө конфессияға, милләткә айырмай. Ошо рәүешле улар беҙгә һис ниндәй ауырлыҡ алдында һынмаҫ дуҫлыҡ өлгөһөн мираҫ итеп ҡалдырған – быны берәүгә лә ҡаҡшатырға, “ҡарайтырға” мөмкинлек бирмәйәсәкбеҙ”, – тине Рәсәй Президенты. Бөйөк Ватан һуғышындағы илһөйәрлек үрнәген яугирҙәребеҙ бөгөн махсус хәрби операцияла ла дауам итә.
Юғары мөфтөй Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының МХО башланғас дөйөм эшкә әүҙем ҡушылғаны, 2022 йылдың март айында уҡ Донбассҡа тәүге гуманитар ылау туплап ебәргәне, имам-хатиптарҙың хәрбиҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, даими рухи ярҙам күрһәтеүе, дини уҡыу йорттары шәкерттәренең маскировка селтәрҙәре үреүгә, яугирҙәргә башҡа төрлө булышлыҡ ҡылыуға йәлеп ителгәнлеге, мөфтиәт ҡарамағындағы “Ғибәдүррахман” йәмәғәт хәрәкәтенең Бөйөк Ватан һуғышында, унан һуң булған локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр менән осрашыуҙар ойоштороуы, хәйриә акцияларын йыш уҙғарыуы һәм башҡа мөһим ғәмәлдәр хаҡында бәйән итте. “Йәш быуын вәкилдәре ошондай оло әһәмиәтле сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш, – ти ул. – “Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт – уртаҡ яҙмыш” XVI халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ла илһөйәрлек темаһы үҙәк урында буласаҡ”.
Александр Данилов фотоһы.