

Мөхәммәт ғәләйһиссәлләм бер мәл сихыр сәбәпле ауырып китә. Ошо сүрәне - "Фәләҡ"те - уҡып һауыға. Уны яуызлыҡтарҙан, көнсөлдәрҙән, сихырҙан һаҡланыу өсөн ҡабатлап йөрөгөҙ.
"Бисмилләһи-ррәхмани-ррәхим! Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ. Миң шәрри мәә халәҡ. Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб. Үә миң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғүкәд. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд".
Мәғәнәһе:
"Бисмилләһи-ррәхмани-ррәхим. Әйт: "Таң Раббыһы Аллаһҡа һыйынамын, яралтылған нәмәләрҙең яуызлығынан һәм донъяны ҡараңғы ҡаплап алған ваҡыт яуызлығынан, төйөндәргә өрөүселәрҙең яуызлығынан, көнләшеүсе кешенең көнләшеп ғәмәл ҡылыуынан Аллаһҡа һыйынам".
Раббыбыҙҙың һаҡлауында булайыҡ. Йома мөбәрәк булһын!
Фото авторы - Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылынан Венера Сәлимова.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...