

Балаларҙың һаулығы, именлеге өсөн һәр саҡ доға уҡып торорға кәрәк. Улар сирләп китһә лә, Аллаһ шифа бирер, һауыҡтырыр.
Бала сирләгәндә иң беренсе "Әл-Фатиха"ны, унан "Аятел Көрси", "Ихлас", "Әл-Фәләҡ", "Ән-Нәс" сүрәләрен уҡырға ла, "Ғаләмдәр Хужаһы Аллаһ Тәғәләгә маҡтау, пәйғәмбәре Мөхәммәткә, уның әһеленә салауат һәм сәләмдәр булһын! Һиңә борсоу, яфа биргән һәр нәмәнән, көнләшкән һәр нәфестән йәки күҙ тейеүҙән Аллаһтың исеме менән шифа теләйем. Аллаһ шифа бирһен. Аллаһтың исеме менән һиңә шифа теләйем" тип теләргә кәрәк.
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын!
Фото: А. Нурмөхәмәтов.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan