

Бер ҡатындың иренең башы эсеүҙән сыҡмай. Эскелек һаҙлығынан сыға алмай мәрхүм була. Йәш әсә ике балаһы менән яңғыҙ ҡала, көнө-төнө эшләй.
Балалар үҫә, ҡыҙы кейәүгә сыға, ләкин уның ире лә тора-бара сәрхүшкә әйләнә. Ҡатындың улы ла атаһы юлынан китә - эсә башлай. Бахыр әсә олоғайған көнөндә лә тыныслыҡ күрмәй.
Көндәр үтә тора. Бер мәл әсәнең юлына ҡаланан ҡайтҡан оло йәштәге ҡарт осрай. Ошо нурлы йөҙлө бабайға аһ-зарын һөйләгеһе килә, сөнки ауылда был бәхетһеҙ, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған әсәгә бер кем дә иғтибар итмәй, ә уның эсен бушатаһы килә.
Иҫерек улынан зарланғанын сабыр ғына тыңлаған ҡарт: "Намаҙ уҡыйһыңмы һуң?" – тип һорап ҡуя. Ҡатын бите буйлап аҡҡан күҙ йәшен яулыҡ сите менән һөртөп: "Минең көндәремнең нисек үткәнен, пенсия аҡсама һатып алған ризығымдың үҙемдең ауыҙыма эләкмәгәнен, бик йыш ҡына күршеләрҙә ҡунғанымды белһәң, бындай һорау бирмәҫ инең", – ти, үпкәләп.
Нурлы йөҙлө ҡарт: "Ә һин намаҙға баҫ, йортоңа бәрәкәт инмәй ҡалмаҫ, Аллаһ Тәғәләнән балаңа тәүфиҡ һора", – ти. Ҡатын "Мин доғалар белмәйем", тигәс, ҡарт: "Һин тәһәрәт алып намаҙлығыңа баҫ, белгәнең менән ниәтләп тотон! Намаҙ ваҡыты булмаһа ла, улың ҡайтҡанда намаҙлыҡта бул, Аллаһ Тәғәләгә сәҗдә ҡылып, ялбар", – тигән кәңәшен бирә.
Әсә сараһыҙлыҡтан намаҙға баҫа. Улы иҫереп ҡайтҡанда бешергән ашын таҫтамал менән ҡаплап ҡуя ла сәҗдәгә китә.
Көндәр уҙа. Эскелек һаҙлығына бата барған егеттә намаҙлыҡ өҫтөндәге әсәһен йәлләү хисе барлыҡҡа килә. Бер көндө улы уға: "Әсәй, мин һине бик рәнйеттем, әгәр кисерһәң, башҡаса эсмәскә булдым. Һине намаҙлыҡ өҫтөндә күргәс, үҙәгем өҙөлә, ғәфү ит мине!" – ти.
Кисермәйме һуң әсә?! Шаулап-тауышланып инеп килгән кейәүен дә: "Әсәй, намаҙ ваҡытың етте, беҙ еҙнәй менән аулаҡта серләшеп алайыҡ әле", – тип өйгә иҫерек килеш инеүҙән биҙҙерә улы. Тиҙҙән улар икәүләп йома намаҙына ла йөрөй башлай.
Ә әсә теге нурлы йөҙлө ҡартҡа рәхмәт уҡый...
Автор фотоһы.