

Ошоларҙы ла белеп ҡуяйыҡ, мосолман ҡәрҙәштәр. Ҡылған доғаларыбыҙ йышыраҡ ҡабул булған мәлдәр бар. Бына улар:
* Аҙан менән ҡамәт араһында.
* Сәфәр мәлендә.
* Ауырыу хәлдә.
* Ямғыр яуған ваҡытта.
* Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла күҙгә салынғанда.
* Ҡәғбәтулланың ҡара ташы алдында.
* Ғәрәфәт тауында.
* Дини ваҡиға һәм байрам көндәрендә.
* Дини байрам төндәрендә.
* Ҡөрьән сүрәләрен бағышлаған ваҡытта.
* Йома төндәрендә.
* Рәжәб айының беренсе төнөндә.
* Рамаҙан айында.
* Ураҙа тотҡанда.
* Ҡәҙер кисендә.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!