Иман
25 Декабрь 2025, 15:50

Рәғәиб кисе инде

Сауап етмеш тапҡыр күберәк яҙылыр.

Рәғәиб кисе индеРәғәиб кисе инде
Рәғәиб кисе инде

Билдәле булыуынса, 21 декабрҙә рәжәб айы башланды. Тимәк, яңы йылды ошо изге айҙа ҡаршылайбыҙ. Уның тәүге кесаҙнаһынан йомаға ҡарай төндә, йәғни бөгөн, рәғәиб кисе

Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән йыл 12 айға бүленгән. Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер үҙенсәлеккә эйә. Араларынан рәжәб, шәғбан һәм рамаҙан айырым төркөм кеүек ҡабул ителә. Исламда улар айырыуса изгеләрҙән һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм рәжәбте “Эй Аллам! Беҙгә рәжәб менән шәғбанда бәрәкәт бир һәм рамаҙанға етеүгә өлгәштер” тигән доға менән ҡаршы алған. Эйе, был айҙар – изге Ураҙаға әҙерләнеү һәм был ғәмәлде үтәү осоро. Рәжәбтә, башҡа хаҡ бурыстарҙы атҡарыу менән бергә, бер көн булһа ла ураҙа тотоу зарур. Рамаҙанға үҙебеҙҙе төрлө яҡлап әҙерләй башларға тейешбеҙ.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Тимәк, яңы йылды Раббыбыҙҙың айы менән ҡаршы алабыҙ. Рәжәб хаҡында аят-сүрәләр, бихисап хәҙис-шәриф бар. “Был айҙа ҡылынған изгелеккә сауап етмеш тапҡыр күберәк яҙылыр”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Мәғлүм булыуынса, рәжәбтә рәғәиб кисе бар, ул рәжәбтең тәүге кесаҙнаһынан йомаға – 25 декабрҙән 26-һына ҡарай инде. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдуллаһ ибн Ғәбделмотталиб менән әсәһе Әминә бин Үәһбтең никахлашыу кисе ул. Был төндә Аллаһ Тәғәләгә салауаттар әйтеү, доға ҡылыу, намаҙ уҡыу хәйерле, изге ниәт-теләктә булыу мөһим.

Ислам дине ғалимы Әбү Барк әл-Балхи әлеге өс айҙың асылын үҙенсә аңлатҡан. “Рәжәб – сәсеү, шәғбан – сыҡҡан үҫентеләргә һыу ҡойоу, рамаҙан уңыш йыйып алыу мәле”, – тигән ул. Күренеүенсә, был аңлатма Пәйғәм­бәребеҙҙекенә яҡын, шундай уҡ мәғәнә бирә. Әлеге дин белгесе йәнә: “Рәжәб – елгә, шәғбан – болотҡа, ә рамаҙан ямғырға оҡшаш. Тәүге айҙа сәсмәй, икенсеһендә һыу ҡоймайынса, өсөнсөһөндә уңыш йыйып алырға мөмкинме? Шул уҡ ваҡытта рәжәбте бушҡа үткәреп ебәреп, шәғбанда тик рамаҙанды көтөп ултырыуҙан һөҙөмтә булырмы?” – тигән.

Эйе, һәр айҙың – үҙ урыны, үҙ бурыстары. Шул уҡ ваҡытта улар бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйле. Алдағыһында ниҙер эшләп еткермәйһең икән, был бушлыҡты аҙаҡ тултырыуҙың мөмкин булмауы ихтимал. Тормошта ла бит шулай: әҙәм балаһы бала саҡта, үҫмерлектә күңеленә һалынмаған тәрбиәне өлкәнәйгәс туплап өлгөрә аламы? Шул уҡ ваҡытта, әйтәйек, уҡыусы дәрестәргә илтифат бирмәй йөрөһә, ваҡытын бушҡа үткәрһә, имтиханды уңышлы тапшырырмы? Әлеге өс айға нәҡ шул аҡыл, хикмәт һалынған: маҡсатҡа ярашлы эш өҙлөкһөҙ, даими алып барылырға тейеш. Рамаҙанға алдан әҙерлек менән аяҡ баҫһаң, иншаллаһ, ул еңелерәк үтер. Әлбиттә, йылдың башҡа айҙарында ла ошо ниәтте иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ, ҡылған һәр изге ғәмәлебеҙҙең Аллаһ Тәғәләгә доға булып барып, юлыбыҙҙы яҡтыртыуын, тормошобоҙға бәрәкәт биреүен онотмайыҡ.

Фото авторы - Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылынан Венера Сәлимова.

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас