

Һуңғы ваҡытта күптәрҙең ҡулында ҡыҙыл еп күрергә була. Уны ни өсөн бәйләгәндәрен беләһегеҙме? Интернетта яҙылыуынса, баҡтиһәң, кире энергия кешеләргә тап ҡул аша үтеп инә икән. Ә ҡыҙыл еп булһа, тәнгә һәм йәнгә кире энергия инә алмай. Ул үҙ хужаһының яҙмышына ыңғай йоғонто яһай, тигән ышаныу бар.
Шулай уҡ ҡыҙыл еп боронғо талисман тип иҫәпләнә, ул бәхет килтерә, хужаһына тыныслыҡ, көс, энергия бүләк итә һәм бәхетһеҙлектән һаҡлай. Өҫтәүенә, уны бәйләргә ҡарар иткән кеше әшәке эштәрҙән тыйылырға тейеш.
Тәү ҡарамаҡҡа, еп бәйләнең дә, проблемаларҙан ҡотолдоң. Ә динебеҙ быға нисек ҡарай? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Исламдың асылын аңламаған йәки уның нигеҙҙәрен насар белгән кешеләрҙә амулеттар - еп, бау, таш, ҡабырсаҡ һ.б. кеүек нәмәләр күрергә мөмкин. Барыһы ла файҙаһыҙ, йәғни улар һеҙҙең ғүмерегеҙҙе оҙайтмаясаҡ, бәхет бирмәйәсәк, күҙҙән, сихырҙан һ.б. ҡотҡара алмаясаҡ. Бынан тыш, ошо талисмандар кешегә фанилыҡта ла, икенсе донъяла ла зыян килтерә.
Шайтандың тырышлығы менән күптәр ҙур ширҡ яһай һәм Аллаһ урынына ниндәйҙер төҫлө ептәрҙең, талисмандарҙың һәм башҡа ниҙәрҙеңдер һаҡларына өмөтләнә. Ундай кешеләр хатта үҙен мосолманмын тип йөрөгәндәр араһында ла байтаҡ. Әгәр был ептәрҙе, талисмандарҙы яндырһаң, уларҙан көл генә ҡаласаҡ. Тимәк, үҙҙәрен дә ҡотҡара алмағас, тере кешегә нисек ярҙам итер, төрлө бәләләрҙән, проблемаларҙан һаҡлар һуң улар?!! Бигерәк тә кемдеңдер теләктәрен нисек үтәрҙәр?
Был ептәрҙе, талисмандарҙы унитазға ырғытығыҙ. Улар һеҙҙең күҙ алдында һыуҙан ҡоро булып килеп сығыр микән?..
Шулай итеп, амулет тағыр алдынан яҡшы итеп уйлағыҙ, динебеҙҙе өйрәнегеҙ. Аллаһ һеҙгә аҡыл биргән, уны файҙаланығыҙ. Ырымдарға ышаныу – Иблистән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!