Динебеҙҙә иң юғары сифаттарҙың береһе – сабырлыҡ. Тормоштағы ауырлыҡтар, хәүеф-хәтәр мәлендә түҙемлек күрһәтеү, доғала булыу мөһим.
“Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дең “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай: кемдеңдер ғаиләһенә ҡыйынлыҡ килә, икенселәрҙең мал-тыуары, емеш-еләге, донъяһы зыян күрә, өсөнсөләр үҙҙәре ауыр хәлдә ҡала... Быларҙың барыһын да Аллаһ Тәғәлә имтихан ҡылыу өсөн ебәрә.
Һынауҙы кеше түҙемлек менән, хаҡ юлдан ситкә китмәйенсә үткәрергә тейеш, тиелә дини китаптарҙа. Был, әлбиттә, тик ултырырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Ауырлыҡтан арыныу юлын эҙләү зарур.
Ҡөрьәндә сабырлыҡтың мөһимлеге тураһында күп әйтелгән. Мәҫәлән, “Әлү-Ғимран” сүрәһенән аяттар килтерәбеҙ:
“Әгәр сабырлы булһағыҙ, Аллаһтан ҡурҡһағыҙ, уларҙың (иманһыҙҙарҙың) яуызлығы һеҙгә бер зыян да килтерә алмаҫ. Ысынлап та, уларҙың ҡылғаны – Аллаһ ҡулында” (Иң тәмсәскүм хәсәнәтүң тәсүьһүм үә иң түсыйбкүм сәййиәтүәй-йәфрахүү биһәә үә иң тасбиру үә тәттәкуу ләә йәдуррукүм кәйдүһүм шәйән иннә-ллааһа бимәә йәғмәлүүнә мүхииыт) (120-се аят);
“Әгәр һеҙ сабырлы, тәҡүәле булһағыҙ, улар ябылырып килгән саҡта Раббыбыҙ һеҙгә билдәле биш мең фәрештәһен ебәреп ярҙам итер” (Бәләә иң тасбируу үә тәттәҡуу үә йәьтүүкүм миң фәүриһим һәәҙәә йүмдидкүм раббүкүм бихамсәти әәләәфим-минәл-мәләәикәти мүсәүүимиин) (120-се аят).
Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә лә сабырлыҡ тураһында күп әйтелгән. Мәҫәлән, “Мосолман шатлыҡ кисерһә, шөкөр итә, был – уның өсөн сауап. Ҡайғы килгәндә лә сабырлыҡ күрһәтә, был да – үҙе өсөн сауап”.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan