Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Ғинуар , 22:30

Бөгөн төндә һәм йома көн дауамында уҡығыҙ

Яуызлыҡтан, бәләләрҙән һаҡлар доғалар - сайтта.

Бөгөн төндә һәм йома көн дауамында уҡығыҙ
Бөгөн төндә һәм йома көн дауамында уҡығыҙ

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм кесаҙна төнөндә йәки йома көн дауамында "Әл-Кәһф" (“Мәмерйәләр”) сүрәһен уҡырға ҡушҡан.

Был сүрәнең тәүге ун аятын ятлап алған кеше Дәжжәл фетнәһенән (алдаҡтан, ялғандан, яуызлыҡтан, бәләнән) һаҡланған булыр", – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм (Мөслим йыйынтығынан).

1. Әл-хә́мдү лилләәһил-ләҙииии ә́нзәлә ғәләә ғә́бдиһил-Китәәбә үә ләм йә́джғәл-ләһүү ғиүәджәә.

Мәғәнәһе: Үҙ ҡолона (Мөхәммәткә) Китап (Ҡөрьәнде) назил ҡылған һәм унда (был Китапта) [һис бер] ялғанға юл ҡуймаған Аллаһҡа [барлыҡ] хәмед-маҡтауҙар булһын!

2-4. Ҡа́ййимәл-лийүнҙира бә́ьсән шәдиидәм-мил-ләдүнһү үә йүбәшшираль-мүьминиинәл-ләҙиинә йәғмәлүүнәс-саалихәәти ә́ннә лә́һүм ә́джран хәсәнәә. Мәәкиҫиинә фииһи әбәдәә. Үә йүнҙираль-ләҙиинә ҡаалүт-тәхаҙәл-лааһу үәләдәә.

Мәғәнәһе: Уны тура иткән; [иман килтермәгәндәрҙе] Беҙҙең тарафтан булған бөйөк асыуҙан (ҡаты язанан) иҫкәртеү һәм изге ғәмәлдәр ҡылған мөьминдәрҙе уларға улар унда мәңге ҡаласаҡ яҡшы әжер (Йәннәт) [әҙерләнгәнлеге] менән шатландырыу өсөн һәм «Аллаһ үҙенә бала алды» тигән [мөшриктәрҙе] иҫкәртеү өсөн [Аллаһ был китапты назил ҡылды].

Доғаларыбыҙ Аллаһ тарафынан ҡабул ителһен, имен-һау булайыҡ.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас