Бына шундай һорау биргән төркөмдәштәребеҙҙең береһе.
Ҡайһы бер яҡтарҙа, ысынлап та, Ҡөрьән ашына йыйылғанда аят уҡып бөтмәйенсә өҫтәлгә тоҙҙан башҡа бер нәмә лә ҡуймайҙар. Клеенка өҫтөнән ашъяулыҡ (сепрәк ашъяулыҡ, махсус шуның өсөн генә тотона хужабикә) йәйеп, бәләкәй бер нисә һауытҡа тоҙ һалып, өҫтәлгә ҡуялар.
Аят уҡып бөткәс, табынға йыйылғандар тәүҙә өс бармаҡлап семтеп ошо тоҙҙан ауыҙ итә. Ә хужабикәнең ашы был ваҡытта әҙер тора - тиҙ генә башта икмәк алып килеп ҡуйып, шунан бишбармаҡ һәм башҡа ризыҡтарҙы индереп теҙеп сығалар. Артыҡ күп ашамлыҡ әҙерләп, исраф итергә ярамай, сама белергә кәрәк.
Алдан өҫтәлгә тоҙ ҡуйыу. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм тоҙ ҡабырға кәрәклекте әйтеп ҡалдырған тиелә. Ә унан тыш, донъя ғалимдары ла бит тоҙ һәм һыу "хәтере" барлығы тураһында яҙа, "аят тыңлаған" тоҙҙо ашау яҡшы.
Ә бына башҡа ризыҡты ҡуймай тороу шунан - Ҡөрьән ашына йыйылғандар араһында бик асығып килеүсе булһа, алдында ултырған ризыҡҡа ымһынып, аят тыңлау ҡайғыһы китә, тигән аңлатма бирә торғайны өлкәндәр.
Хәҙер аслыҡ заманы түгел, шулай ҙа алдан ҡуйһағыҙ, өҫтөн бисмилла әйтеп, ябып торорға мөмкиндер.
Ҡайһы яҡта борондан ниндәй ғәҙәт бар, шулай эшләргә кәрәктер ҡайсаҡ. Ә бына беҙҙең яҡтарҙа алдан ризыҡ ҡуйылмай. Аят уҡығанда өҫтәлгә таҙа япма түшәлә һәм тоҙ ултыртыла. Ризыҡты өҫтәлгә ултыртыр алдынан таҙа сепрәк менән өҫтәл өҫтө һөртөлә һәм шунан ғына ризыҡ ултыртыла. Ә һеҙҙең яҡтарҙа нисек? Комментарийҙарға яҙығыҙ әле.
Сығанаҡ: "Рухиәт, доғалар" төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!