

Социаль селтәрҙә түбәндәге яҙманы күреп, күптәр аптырап ҡалғандыр. Тиҙҙән мосолмандар өсөн изге ай - рамазан башлана, ураҙа тотоусыларға ла был һорау тынғылыҡ бирмәҫ, моғайын. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, һорау биргән авторға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
"Райондан сыҡмайынса, хажға барып буламы? Мин ҡалала элек бергә уҡыған курсташ ҡатынды осраттым, шатланып килеп ҡул биреп күрешәйем тиһәм, ул миңә ҡулын бирмәне, аптырап киттем.
– Мин ирҙәргә ҡул бирмәйем, миңә гонаһ була, - ти. - Мин бит хәҙер хажиә.
Бер хажиәгә аҡса биреп, уның өсөн Хаж ҡылып ҡайтырға ҡушҡан икән, шунан бирле үҙен хажиә тип йөрөй.
Шул дөрөҫ буламы икән? Ошолай барһа, оҙаҡламай хажиҙар, хажиәләр күбәйеп китмәҫме икән?" - тигән ул.
Ысынлап та, хажға бармайынса хажиә булып буламы? Фекерҙәрегеҙҙе коментарийҙарға яҙығыҙ.
Сығанаҡ: "Хазина" төркөмөнән
Фотолағы матур апайҙарҙың был яҙмаға ҡағылышы юҡ, ипле, матур, тыйнаҡ башҡорт ағинәйҙәре улар.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!