Бөтә яңылыҡтар
Иман
13 Февраль , 00:15

Фытыр, фидиә, зәҡәт күләме күпме?

Быйыл Рамаҙан айындағы түләүҙәр хаҡында - яҙмала.

Фытыр, фидиә, зәҡәт күләме күпме?
Фытыр, фидиә, зәҡәт күләме күпме?

18 февралдә ҡояш байығас, иншаллаһ, изге Рамаҙан айын ҡаршылайбыҙ. Ураҙа алдынан Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты быйылғы фытыр, фидиә, зәҡәт күләмен билдәләне.

* 2026 йылда зәҡәт түләү өсөн нисәб – 940 000 һум (алтын буйынса).

* Фытыр саҙаҡаһының минималь күләме – 200 һум. Ә зәҡәт түләй алырлыҡ мөмкинлеге булғандарға – 1 200 һум.

* Фидиә (һаулыҡҡа бәйле ураҙа тота алмағандар, был ғәмәлде башҡа ваҡытта үтәү мөмкинлеге булмағандар ошо саҙаҡаны түләй ала) күләме – ҡалдырылған һәр көн өсөн 400 һум.

* Ураҙаның тәүге көнө – 19 февраль.

* Тәүге тәрәүих намаҙы 18 февралдә йәстүҙән һуң уҡыла. Ул Башҡортостан мәсеттәрендә 20 рәҡәғәттән тора.

* Рамаҙан айы 29 көн дауам итә.

* Ураҙаның һуңғы көнө – 19 март

* 20 март – Ураҙа байрамы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash... 

А. Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас