Бөтә яңылыҡтар
Иман
13 Февраль , 00:10

Йомала өй йыйыштырырға ярамай, тиҙәр

Динебеҙ был турала нимә ти? Ә төндә тырнаҡ ҡырҡырға яраймы? Яуаптар яҙмала.

Йомала өй йыйыштырырға ярамай, тиҙәр
Йомала өй йыйыштырырға ярамай, тиҙәр

Ҡайһы бер мосолмандарҙан йома көндө өй йыйыштырырға ярамай тигәнде ишеткән бар. Был ысынлап та шулаймы икән? Традицион дин баҫмалары быға яуап бирә.

Таҙалыҡ – ышаныстан. Тап ошо сәбәп буйынса, иманы ныҡ булған кешеләр йортта тәртип булдырыу өсөн ниндәйҙер бер аныҡ көн көтөп ултырмай, ә һәр ваҡыт өйҙә, ихатала таҙалыҡ булдырырға тырыша. Диндә йома көндә өй йыйыштырыуҙы тыйған бер нәмә лә юҡ. Киреһенсә, был беҙгә ят һәм дөрөҫ булмаған ышаныу, сөнки ислам йома көндө таҙарынырға, тулы тәһәрәт алырға һәм таҙа кейем кейеп йома намаҙына барырға ҡуша.

Шуға күрә йома көндө тырнаҡтарҙы киҫергә, артыҡ сәстәрҙе ҡырырға, тулы тәһәрәт алырға, таҙа кейем кейергә, хушбуй һөртөп, йылмайып мәсеткә барырға кәрәк.

Әйткәндәй, ҡайһы бер кешеләр төндә тырнаҡ алырға ярамай ти. Был да дөрөҫ түгел. Бер тапҡыр Харун ар-Рашид Абу Йософтан “Төндә тырнаҡ ҡырҡырға яраймы?” – тип һораған. Уға “эйе”, тип яуап биргәс, быға дәлил килтереүҙе һораған. “Бының дәлиле булып хәҙис тора, унда изге ғәмәлдәр эшләүҙе оҙаҡҡа һуҙма тиелә”, тигән Абу Йософ.

Эйе, таҙалыҡ оҙаҡҡа һуҙырға ярамаған изге ғәмәл. Шуға күрә теләһә ниндәй көндә лә, шул иҫәптән йомала ла өй йыйыштырыу кәрәк. Шуныһы ла билдәле: йома намаҙы ваҡытында ир-аттарға нимә лә булһа эшләү тыйыла һәм ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар йома намаҙына хөрмәт йөҙөнән был ваҡытҡа өй эштәрен туҡтатып торған. Бәлки ошонан йома көндө нимә лә булһа эшләргә тыйыла тигән яңылыш фекер таралғандыр ҙа. Тик, үрҙә әйткәнсә, был йома намаҙына ғына ҡағыла һәм бөтә көнгә таралмай.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash... 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас