Бисмилләәһи-р-Рахмәәни-р-Рахиим.
1. Ҡуль әғүүҙү бираббиль-фәләҡ.
2. Миң шәрри мәә халәҡ.
3. Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб.
4. Үә миң шәрри-н-нәффәәҫәәти филь-ғүҡәд.
5. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд.
Рәхимле һәм Рәхмәтле Аллаһ исеме менән.
1. Әйт: “Таң Раббыһына һыйынам
2. Ул бар иткәндең яуызлығынан,
3. ҡараңғы төшкән саҡтағы яуызлыҡтан,
4. төйнәлгән ептәргә өрөүсе сихырсы ҡатындарҙың яуызлығынан,
5. көнсөлдөң көнләшкән ваҡыттағы яуызлығынан!”
Изге Ҡөрьәндә 113-сө тип билдәләнгән был сүрәнең атамаһы, ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә, “ярып асыу” мәғәнәһен бирә. Ҡайһы берәүҙәр уны “Таң” тип тә атай.
Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, ҡараңғылыҡты ярып, таң ата; орлоҡто ярып, шытымдар килеп сыға. Бөтә нәмә – Уның ғына ихтыярында. Һәм тик Аллаһ ҡына беҙҙе кешеләрҙең, ендәрҙең, башҡа мәхлүктәрҙең зыянынан ҡурсалай ала. Эйе, сихырҙан, ҡарғыштан, күҙ тейеүҙән дә ниндәйҙер бетеүҙәр ярҙамында түгел, ә Раббыбыҙға һыйынып ҡына һаҡланып була.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...