Ҡасандыр, Рамаҙан айында, бер танышымды осраттым. Хәл-әхүәл һораша торғас, ул минең ураҙа тотоп йөрөүемде белеп ҡалды ла:
‒ Берәй файҙаһы бармы һуң? – тип һорап ҡуйҙы.
‒ Бар, ‒ тинем һис икеләнмәйенсә.
‒ Ниндәй?
‒ Ахирәттә файҙаһы тейә уның, ‒ тип яуап бирҙем. Танышым ни әйтер икән, тип, ураҙаның был донъяла ла тәнгә, һаулыҡҡа ниндәйҙер яҡшы йоғонтоһо булыуы хаҡында юрый өндәшмәнем.
‒ Ахирәттә?.. – тип бер аҙ ғәжәпләнә бирҙе был, йөҙөнә аңлашылмаусанлыҡ билдәһе сығарып.
‒ Эйе, барыбыҙ ҙа иртәме-һуңмы барасаҡ Ахирәттә...
Танышым был хаҡта ни уйлағандыр, бер Аллаһ ҡына белә, әлбиттә. Әммә ул ураҙа хаҡында һүҙҙе оҙайтырға теләмәне.
Бына шулай, бик күптәребеҙ, намаҙҙың, ураҙаның донъяуи файҙаһы хаҡында ғына уйлап, ныҡ хаталана. Ғибәҙәттәр тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ намаҙҙың аяҡ быуындарына, ҡан тамырҙарына булған ыңғай тәьҫирен, ураҙаның ҡан баҫымын көйләргә, ашҡаҙанды һәм башҡа ағзаларҙы дауаларға ярҙам итеүен һөйләй башлай бәғзеләр. Бына шундай саҡтарҙа мин һәр саҡ: “Намаҙ зарядка түгел, ураҙаны ла диета тотоу тип һанамағыҙ”, ‒ тип әйтәм. Сөнки был ғибәҙәттәрҙең төп тәғәйенләнеше – кешене Аллаһ Тәғәләнең ризалығына ирештереү. Ураҙаның һәм намаҙҙың барыбыҙға ла Ахирәтебеҙ өсөн, унда Раббыбыҙ алдында яуап бирер өсөн кәрәклеген белергә тейешбеҙ. Намаҙ, ураҙа – һәммәбеҙҙең дә Аллаһ Тәғәлә алдындағы бурысы!
Ата-бабаларыбыҙ бына ошо хәҡиҡәтте белгән һәм, ниндәй генә ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, намаҙын һәм ураҙаһын ҡалдырыуҙан ҡурҡҡан. Уларҙан сәбәпһеҙ баш тартыу – оло гонаһ, вайымһыҙлыҡ өсөн Ахирәттә һәммәбеҙ яуап бирәсәкбеҙ. Ә Ахирәт тормошоноң барлығына ышанмау – тағы ла ауырыраҡ гонаһ, сөнки ул – иман шарттарының береһен инҡар итеү! Ахирәткә ышанмаған кешегә хатта Ислам диненән сығып китеү ҡурҡынысы янай. Ураҙа менән намаҙҙың мотлаҡлығын инҡар итеүсене лә ана шундай хәл көтә, Аллаһ һаҡлаһын!
“Һәр ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана”, ‒ тигән Аллаһ илсеһе. Әгәр кеше ураҙаны ябығыу, һаулығын яҡшыртыу өсөн, ғөмүмән, диета ниәте менән генә тота икән, был ғибәҙәт түгел, ә ни бары ашамай йөрөү була. Аллаһ Тәғәләгә иһә беҙҙең ҡоро асығыуыбыҙ кәрәкмәй. Шуға күрә ураҙаны дөрөҫ ниәт менән тотоу мөһим.
Әлхәмдүлилләһ, бына тағы бер Рамаҙан айы етә. Һау-сәләмәт, теүәл генә итеп ураҙаларыбыҙҙы тотоп, изге бурысыбыҙҙы тулыһынса үтәргә һәм Уның ризалығына ирешергә һәммәбеҙгә лә насип булһын, тип Аллаһ Тәғәләгә доғалар ҡылайыҡ.
Хәлил Һөйөндөков,
отставкалағы хәрби табип.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...