Иман
17 Февраля , 04:00

Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул буламы?

Төркөмөбөҙҙө даими уҡып барыусылар ошондай һорау бирҙе. Дин әһелдәренең аңлатмаһына таянып, яуап бирәбеҙ.  

Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул буламы?Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул буламы?
Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул буламы?

Шөкөр, һуңғы йылдарҙа ураҙа тотоусылар бермә-бер арта бара, әммә күптәрҙә был ғәмәлде дөрөҫ башҡарыуға ҡағылышлы һорауҙар әленән-әле тыуып тора. Ураҙаға ҡағылышлы яҙма аҫтында төркөмдәштәрҙең береһе “Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул буламы?” тигән һорау ҡалдырҙы. Уға “Юҡ, улай ярамай”, тип яуап биреүселәр ҙә булды. Ә дин әһелдәре был хаҡта нимә ти?

“Бәйләнештә” сайтында Земфира Садыҡова ла ошо хаҡтағы уйланыуҙары, һорауҙары тураһында яҙма ҡуйған. Уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

“Намаҙға баҫмайынса тотҡан ураҙа сауаплымы?”. "Ябығыу өсөн тоталармы?”. “Тән таҙарамы, йәнгә доға барып етмәгәс?”

Ураҙа тотоусылар күбәйҙе. Мәсеттән йыраҡ йөрөгәндәр ҙә,Ҡөрьән уҡымаусылар ҙа ураҙа тота.

Булгаков ауылы мәсете имамына ошо һорауҙарҙы бирҙем.

Н. Нуриев:

– Ураҙа ураҙа булып иҫәпләнмәй шул осраҡта, әгәр ҙә дөрөҫ ниәт менән тотмаһа, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн түгел, ә, мәҫәлән, ябығам тип тотһа.

Үҙен мосолман түгел тип һанаған кешенең, Ҡөрьәнгә ышанмаған кешенең, ураҙаһы дөрөҫ булмай, сөнки мосолман кешеһе өсөн генә ураҙа фарыз. Ваҡыты еткәс, ул намаҙ уҡый башлар.

Аллаһ Тәғәлә сауабын бирә намаҙ өсөн. Намаҙ – ул Аллаһ Тәғәлә беҙгә биргән аҡылға рәхмәт әйтеү ысулы, бер формулаһы. Ураҙа – ул Аллаһ Тәғәлә беҙгә биргән һаулыҡҡа рәхмәт әйтеү ысулы. Ураҙа тотһа, намаҙға баҫмаһа ла, ул кешенең Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында бер бурысы үтәлгән була. Йәғни намаҙ башҡармаған кешегә ураҙа тоторға ярай, сөнки намаҙ өсөн ул айырым яуап бирәсәк, ураҙа өсөн айырым яуап бирәсәк.

Шулай уҡ Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының дин белгестәре советы рәйесе Шамил Ғәләүетдиновтың да яуабын тәҡдим итәбеҙ:

– Кеше намаҙ уҡымаһа, ураҙа тотоу ҡабул буламы? Ураҙа — айырым ғибәҙәт, намаҙҙан бойондороҡһоҙ, шуға күрә ҡабул ителә. Намаҙ фарызын инҡар итеү иманды шик аҫтына ҡуя, әммә әгәр кеше намаҙ фарызын ҡабул итһә һәм тәүҙә ураҙа ғына тоторға ҡарар иткән икән, тимәк, ул тиҙерәк намаҙ уҡый башларға тейеш. Бөтә дини бурыстарҙы, шул иҫәптән намаҙҙы, ураҙаны, зәкәтте, хажды үтәргә тырышыу, уларҙың ислам ғәмәлдәренә яйлап тәрәнәйтеү мөһим.

Сығанаҡтар: Земфира Садиҡованың (https://vk.com/id321713754) сәхифәһе һәм Шамил Ғәләүетдинов алып барған сайттан.

Фото: Рөстәм Йәғәфәров (“Стерлибашевские родники” гәзите).

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас