Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Февраль , 21:35

"Һинең ризалығыңды өмөт итеп ураҙа тотам"

19 - 28 февралгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Сәхәрҙән һуң һәм ауыҙ асҡанда уҡыла торған доғалар - сайтта.

"Һинең ризалығыңды өмөт итеп ураҙа тотам"
"Һинең ризалығыңды өмөт итеп ураҙа тотам"

Әл-хәмдү лил-ләһ, Рамаҙан айындабыҙ. Уны берҙәмлек менән үткәрәйек, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә тырышайыҡ. Сәхәрҙән һуң һәм ауыҙ асҡанда уҡыла торған доғаларҙы тәҡдим итәбеҙ.

Сәхәрҙән һуң уҡыла торған доға: "Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр" (Аллаһ Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ Бөйөк).

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Алла­һүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли йәғәффәрү мә ҡаддәмтү үә мә әххартү” (Эй, Аллаһ! Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә тәүәккәл иттем, Һинең ризалығыңды өмөт итеп ураҙа тоттом, Һинең ризығың менән ауыҙ астым. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа).

19 - 28 февралдәге сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас