Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Февраль , 21:25

Ниндәй осраҡтар ураҙаны боҙмай?

Ҡапыл нимәлер ҡапҡанда, теште таҙартҡанда, укол эшләткәндә, ҡосаҡлашҡанда һәм башҡа хәлдәрҙә ураҙа боҙоламы? Был хаҡта сайтта уҡығыҙ. Иртәгәгә, 20 февралгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

Ниндәй осраҡтар ураҙаны боҙмай?
Ниндәй осраҡтар ураҙаны боҙмай?

Әл-хәмдү лил-ләһ, изге Рамаҙан айыбыҙ башланды. Уны сабырлыҡ менән, тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп уҙғарырға яҙһын.

“Ураҙамды боҙҙом шикелле” тип шикләнгәндәр була. Ошондай осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп, Нефтекама ҡалаһындағы “Әли” мәсете имам-хатибы Илнур хәҙрәт Хәмәтнуровтың һөйләгәндәрен тәҡдим итәбеҙ. Барыһы ла ышаныслы сығанаҡтар нигеҙендә әйтелә.

  1. Онотолоп китеп, ҡапыл ашаһаң йә эсһәң.

Әгәр кеше ураҙа тотоп йөрөүен онотоп китеп, ризыҡ ҡапһа йә эсһә, “ғәмәлемде боҙҙом” тип уйламаһын. Ҡапыл иҫенә төшкәс, шунда уҡ ауыҙын сайҡатып, кире ураҙаһын дауам итһен. (Дәлил: Әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтары).

  1. Медицина уколдары (инъекциялар).

Дауалау, витамин, ауыртыуҙы баҫыу маҡсатында ҡан тамыры һәм мускулдар эсенә яһалған уколдар ураҙаны боҙмай. Аҙыҡты алмаштырған туҡлыҡлы иҙмәле тамыҙғыс ҡына ҡуйырға ярамай.

Шул мөһим: укол ризыҡ түгел, ул ашҡаҙанға китмәй, ә ҡанға.

  1. Ҡан тапшырыу (венанан) һәм донорлыҡ.

Улар ураҙаны боҙмай. Әммә хәл бөтөүе ихтимал. Шуға ла ҡан тапшырыуҙы кискеһен эшләү яҡшыраҡ.

  1. Ҡан ағыҙыу (хиджама).

Ҡан тапшырыу кеүек үк, был ғәмәл ураҙаны боҙмай. Шулай ҙа хәлһеҙләнеү хәүефе бар икән, уны башҡа айҙарға күсереү яҡшыраҡ.

  1. Теш таҙартыу (паста йәки мисүәк).

Әгәр ипле генә эшләһәң, йотмаһаң, теште паста менән таҙартырға мөмкин. Кире осраҡта иһә ураҙа боҙола.

Ә мисүәк – сөннәт. Уны көн дауамында ҡулланырға була.

  1. Танауҙы һәм ауыҙҙы сайҡатыу.

Тәһәрәтләнеү өсөн ауыҙға, танауға һыу йыйырға мөмкин. Иң мөһиме – сама белеү, эскә тамсы төшмәһен.

  1. Һеләгәйеңде йотоу.

Был – тәбиғи процесс. Төкөрмәй, йотһаң да, ураҙа боҙолмай.

  1. Тамаҡҡа саң, он, төтөн ултырыуы.

Бындай осраҡтарҙа – тамаҡҡа, мәҫәлән, юл саңы, бешеренгән мәлдә он ултырһа, уттан йә башҡа кешенең тәмәке төтөнө инһә (әгәр үҙең теләп еҫкәп тормаһаң), ураҙа боҙолмай.

  1. Ҡолаҡҡа осраҡлы рәүештә һыу инһә.

Йыуынғанда был хәл тәбиғи. Һыу ҡолаҡҡа инә, ашҡаҙанға түгел.

  1. Күҙ өсөн һөрмә һәм тамсылар.

Тамаҡта уларҙың тәме тойолоп ҡалһа ла, ураҙа боҙолмай. Шулай ҙа сама белеү мөһим.

  1. Хәләлең менән ҡосаҡлашыу һәм үбешеү.

Әгәр ир кеше ҡатынын үбә, әммә енси яҡынлыҡҡа инмәй икән, ураҙа боҙолмай.

(“Пәйғәмбәр ураҙа тотҡанда ла ҡатындарын үбә ине”, тигән Аллаһ рәсүленең ҡатыны Ғәйшә).

  1. Ирекһеҙҙән ҡоҫоу.

Әгәр кеше ирекһеҙҙән ҡоҫһа, әммә кире йотмаһа, ураҙа боҙолмай.

  1. Тире өсөн май һәм кремдар.

Уларҙы һөртөү ҙә, хушбуй һиптереү ҙә рөхсәт ителә.

Ғөмүмән, организмдың эсенә (ашҡаҙанға, мейегә) асығыуҙы баҫыу ниәтендә нимәлер индерергә тырышаһың икән, ураҙа боҙола. Рамаҙан айын лайыҡлы үтәйек!

Иртәгәгә, 20 февралгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Ул Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһының алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас