

Ураҙа тотҡандарҙы саҡырып ауыҙ астырыу - ифтар үткәреү иң изге ғәмәлдәрҙең береһе.
“Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер”, – тиелә хәҙистә. Шулай уҡ “Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусыны саҡырып ифтар үткәрһә, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тип әйтелә.
Ифтарға саҡырған, йәки ифтарлыҡ ризыҡ биргән кешеләр өсөн ошондай доға уҡыла:
"Аллаһүммә бәрик ләһүм фимә разәҡтәһүм үәғ-фир ләһүм үәрхәмһүм. Аллаһүммә әтғим мән әтғамәни үәс-ҡи мән сәҡани".
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Үҙең биргән ризыҡтар менән мине ризыҡландырған бәндәләреңдән риза бул, гонаһтарын ярлыҡа. Үҙеңдең рәхмәтеңдән ташлама. Әй, Раббым! Мине ризыҡландырғандарҙың үҙҙәренә лә ашарына һәм эсеренә биреп тор.
Рамаҙан айында бер-беребеҙгә тағы ла иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булайыҡ, ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!
Иртәгәгә, 21 февралгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.